Әбйәлил районының Ҡушый ауылында "Ауылым матур кешеләре менән" тигән сара уҙҙы. Юбиляр парҙарҙы, уңған хеҙмәт ветерандарын, дәртле һәм һәләтле йәштәрҙе тәбрикләүгә арналған йыйында Дәүләт ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан халыҡ ҡатнашты. Уларҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина тәбрикләне.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителгән яңы ҡануниәт буйынса сығыш яһаны, халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе, Милләт әсәләренә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи-йәмәғәт ойошмаһы алдынғыларына наградалар тапшырҙы.
– Эш хаҡы алып, профессиональ нигеҙҙә эшләгән депутат булмаһам да, депутатлыҡ эшемде Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм "Халыҡ контроле" кеүек үк йәмәғәт башланғысында башҡарам. Хеҙмәт хаҡын мин шәхси предприятиела эшләп алам, шулай булһа ла һайлаусыларым янына йыш килергә, тығыҙ бәйләнештә эшләргә тырышам. Ошоно аңлап ҡабул иткәндәре, хеҙмәтемде юғары баһалаған сығыштары, изге теләктәре һәм бүләктәре өсөн һайлаусыларыма ихлас күңелдән рәхмәтемде еткерәм. Сараны матур итеп ойоштороусы Фәнүзә апай Дәүләтоваға киләсәктә лә уңыштар теләйем! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! – тине Гөлнур Ҡолһарина.
Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның “Бәйләнештә”ге диуарынан.