Башҡортостанда күсемһеҙ милек объекттары өсөн ер участкаһын кадастр хаҡының 25 процентына һатып алырға мөмкин. Был мөмкинлек 2021 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
"Республиканың дәүләт милкендәге ер участкаларында урынлашҡан биналар һәм ҡоролмалар (шәхси тораҡ төҙөлөшөнән тыш) һәм дәүләт милке сикләнмәгән ер участкаларында урынлашҡан ер милекселәре уны кадастр хаҡының 25 проценты күләмендә һатып ала аласаҡ. Тик был хоҡуҡ 2021 йылдың 31 декабренә тиклем генә ғәмәлдә буласаҡ", – тине ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Киләһе йылдан алып һатып алыу хаҡы артасаҡ. 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем – граждан мөрәжәғәт иткән ваҡытта ғәмәлдә булған кадастр хаҡының 50 проценты күләмендә; 2024 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 1 июленә тиклем – 75 процент; 2024 йылдың 1 июленән кадастр хаҡы буйынса.