Йәмғиәт
21 Май 2021, 07:40

Бәхет менән хеҙмәт йәнәш йөрөй

Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, Хәсәновтар әүҙем тормош алып бара.

Был мәҡәлә геройҙары – Учалы районының шул уҡ исемдәге ауылында йәшәгән Фәниә менән Камил Хәсәновтар. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡытыусы-ветерандар һаман да элеккесә әүҙем тормош алып бара: баҡса үҫтерәләр, йорт яны хужалығында эшләйҙәр, ейәндәрен тәрбиәләшәләр.


Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл


Камил Ғәлим улы менән Фәниә Һаҙый ҡыҙы ҙур ғаиләлә үҫә. Ғәҙәттә, ундай осраҡта бала саҡтан ҡул араһына инәләр һәм һәр береһенә эш табылып тора: утын ташыумы, бысыу-ярыу булһынмы, ер ҡаҙыу-утау, ҡош-ҡорт, мал ҡарашыу кеүек шөғөлдәр ябай ҙа, тәбиғи ҙә була ауыл балаһына.
Ғаилә башлығы барыһын да үҙ ҡулдары менән башҡара. Ҙур, яҡты йортта йәшәгәндәренә утыҙ йыл да булып киткән, ә ул һаман өйҙө эсенән дә, тышынан да төҙөклән­дереүҙе дауам итә. Иркен верандала гөлдәр үҫә, өҫтәлдәге ваза­ларҙа – баҡсанан индерелгән емеш-еләк, йәшелсә. Йорттоң икенсе ҡатында ейән-ейәнсәрҙәр менән дуҫтары рәхәтләнеп уйнар­лыҡ. Унда хатта ҡартатайҙарының йорт музейының экспонаттары ла ниндәй тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булғанын күҙаллауы ҡыйын түгел. Айырыуса иғтибарҙы йәлеп иткәне, әлбиттә, ғәрәпсә яҙылған ҡулъяҙ­малар һәм дирхәмдәр. Камил Ғәлим улы уларҙы ентекле итеп йыйып ҡына ҡуймаған, ә үҙ ҡулдары менән эшләгән быяла витриналарға урынлаштырған.
– Балаларымдың атаһы көн буйы ихатала, – ти хужабикә. – Шундағы эштәренә башкөллө сумған. Камил һарайҙағы һәр йән эйәһе менән шул тиклем йылы итеп аралаша, хатта быҙауҙар уның артынан бер аҙым ҡалмай эйәреп йөрөй, ә тауыҡтар яурынына менеп ҡунаҡлай. Эт, бесәй уның менән һөйләшә лә башлар әле. Үҙ исемен ишетеп йүге­реп килеп еткән тауыҡтар тураһын­да ишеткәнегеҙ бармы? Беҙҙең тауыҡтарҙың да исеме бар! Ә уларҙың һаны – йөҙләп. Ҡарт­атайҙарының ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы яратҡаны ейәндәренә лә күскән, уға ихласлап ярҙам итәләр.
Ихатала иртәнән алып кискә тиклем совет заманындағы радио һөйләп тора. Хужаға ҡайныһынан ҡалған ҡомартҡы “Юлдаш” каналы­на көйләнгән. Ғаилә башлығы өйгә бөтә яңылыҡтарҙы белеп, ыңғай тапшырыуҙарҙан, күңелгә хуш килерлек йырҙарҙан күтәренке кәйеф менән килеп инә. Тәмле төшкө аштан һуң, ҡулына гәзит-журнал тотоп, бүлмәһенә инеп бер аҙ ял итә. Хеҙмәт йылдарындағыса, ғаилә һәр ваҡыт күпләп матбуғатҡа яҙыла.
Фәниә Һаҙый ҡыҙы иртә менән һыйырҙарын һауып ала, һөт айырта, ҡайната, ҡатыҡ әҙерләй, май бешә, эремсек, сыр етештерә. Тыуған яғы Баймаҡтағыса талҡан, ҡорот, ҡыҙыл эремсек яһарға ла оҫта ул. Ҡалала үҫеп, ауыл егетенә тормошҡа сыҡһа ла, мал ҡарай белмәйем, һыйыр һауғаным юҡ, тип тормаған, һәр эшкә ҙур теләк менән өйрәнгән.
– Ауылда шәхси хужалыҡһыҙ донъя көтөп булмай. Мәшәҡәте етерлек, әлбиттә, уның ҡарауы, һөт, эремсек, ҡаймаҡ, йомортҡа – барыһы ла үҙебеҙҙеке, – ти ҙур ғаиләнең хужабикәһе. – Йәшелсә, еләк-емеш тә үҫтерәбеҙ.
– Күршеләребеҙҙән уңдыҡ, – ти Хәсәновтар хаҡында хаҡлы ялдағы Нәфисә апай. – Шундай ғаилә­ләргә ҡарап, үҙеңдең дә тормо­шоңдо, донъяңды матурлағы килә. Уларға килеп ингәс тә, ихата­ларының, йорттарының, кәртә-ҡураһының ялт итеп тороуына хайран ҡалаһың. Бөтә ерҙә тәртип, бер генә бөртөк тә сүп үләне күрмәҫһең.
Эйе, улар баҡса менән ихлас шөғөлләнә. Алма, груша, ҡарағат, крыжовник, сейә, слива, ҡурай еләге, еләктең ниндәй генә сорты юҡ! Ә гөл түтәлдәрендә иртә яҙҙан алып ҡар яуғансы петунияларҙың 20-ләгән төрө, георгин, клематис, пион, ләлә, лилиә, хризантемалар төрлө еҫтәр аңҡыта...
Камил Ғәлим улы улдары менән ике теплица төҙөгән. Февраль башында уҡ унда помидор, ҡыяр, борос үҫентеләрен сығарып ултырта, ҡайһы берҙә тәжрибә сорттарын да үҫтереп ҡарай. Март, апрель айҙарында һуған, укроп, ҡыяр, редисканан ауыҙ итә башлайҙар. Фәниә Һаҙый ҡыҙы йәш үҫентеләрҙе бала ҡараған кеүек тәрбиәләй. Учалыла һауа торошо ҡырыҫ, шуға күрә лә яңы ғына морон төрткәндәрен һаҡлап ҡалыр өсөн ваҡытында тейешле сараһын күрә белергә кәрәк. Хужабикә үҙенә генә хас булған ныҡышмалылыҡ менән тәжрибә эшләүен дауам итә, төрлө яңы сорттарҙы интернеттан, гәзит-журналдан эҙләй.
Хәсәновтарҙың пландары ҙур. Йорт хужаһы оҙайлы ваҡытҡа өс гектар ер алған. Уға инде кескәй трактор кәрәк булһа, хужабикә йылытылған теплица төҙөүен үтенә, сөнки был осраҡта яратҡан эше менән уға йыл әйләнәһенә шөғөлләнергә мөмкин була.
– Бөтә тормошобоҙ эшкә, йорт мәшәҡәттәренә бәйле. Балаларҙы тәрбиәләүгә аныҡ ваҡыт билдә­ләгәнебеҙ ҙә булманы. Мәктәптәге көндәлек хеҙмәт, йорт эштәре, балаларға, ейәндәргә ҡарата һөйөүебеҙ һәм бер-беребеҙгә хөрмәт улар өсөн өлгө булғандыр, – ти ветерандар.
Һәр ғаилә – үҙенсәлекле бер донъя, һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас йолалары, ҡиммәттәре, хатта шарттары бар. Хәсәновтар ғаилә­һендә барыһы ла күмәкләшеп еләк, бәшмәк йыйырға ярата. Тотош ғаилә менән Ирәмәл тауына күтә­релеү – улар өсөн иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе. Кесе ейән­дәре – биш йәшлек Данил да тау башына үҙе менгән! Хозур Учалы ерендә ғаиләнең яратҡан урындары бихисап, йәй көндәрендә бәлә­кәстәрҙе лә сәйәхәткә алырға тырышалар. Күберәк ғаилә баш­лығының тыуған ауылы Өргөнгә баралар. Ундағы Өргөн күле – райондағы бихисап һыу ятҡылыҡ­тарының иң олоһо. Балыҡ тотор йәки һыу инер алдынан Хәсә­нов­тар, башта ҡулдарына бирсәткәләр кейеп, ҡый-ғыпыр өсөн моҡсайҙар ала ла тирә-яҡты, күл буйҙарын та­ҙарта башлай. Өмәлә, әлбиттә, өлкәне лә, кесеһе лә берҙәй ҡатнаша.
– Беҙ, Өргөн мәктәбе уҡытыу­сылары, ошо күл буйының таҙа­лығы өсөн яуаплы булдыҡ, – ти мәктәптең элекке директоры Камил Ғәлим улы. – Ул осорҙан инде күп һыуҙар аҡты, ҡатыным менән бүтән ауылдарҙың мәктәптәрендә лә эшләнек. Был йоланы башҡа ерҙә лә дауам иттек, хәҙер инде ул ғаилә йолаһына әүерелде.


Һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай


Камил менән Фәниә Сибай педагогия колледжында уҡыған саҡта таныша. Әүҙем, алдынғы булған оҙон сәсле һылыу ҡыҙҙы егет уҡыу башында уҡ күреп ҡала. Камил Хәсәновты – армия хеҙмәтен үтеп, мәктәптә лә эшләп өлгөргән етди егетте – тәүге йылда уҡ студент­тарҙың профком рәйесе итеп һайлайҙар. Диплом алғас, иң яҡшы белгес булараҡ, уны хеҙмәт бүлеге уҡытыусыһы итеп ҡалдыралар. Бер йыл эшләгәс, Камил Ғәлим улы тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Инде ул яңғыҙы түгел: ғаиләһе, ошо уҡыу йортон тамамлаған Фәниәһе менән улдары Вадим бар.
Йәш белгестәр хеҙмәт юлын Учалы балалар йортонда башлай. Камил Ғәлим улы малайҙарҙы хеҙмәткә өйрәткән инструктор була. Етем сабыйҙар йәш уҡытыусыны яратып та өлгөрә. Шулай булмайынса, ул бит балаларҙы атайҙары урынына төрлө һөнәргә өйрәтә. Фәниә Һаҙый ҡыҙы ла ҡыҙҙарҙы хеҙмәткә өйрәтеү инструкторы булып эшләй.
Хәсәновтар инде был ваҡытта Магнитогорск педагогия институтында ситтән тороп белем ала. Уҡыу менән эште бер юлы алып барыу, сессия ваҡытында кескәй балаларын ҡартатай-өләсәйҙә­рендә ҡалдырыу еңелдән булмай. Ике бүлмәле фатир алғас, эргә­һендә ер ҙә бүленә, бәләкәй генә һарайҙарында ҡош-ҡорт үрсетәләр, теплица ла төҙөп ҡуялар.
Ҙур йорт һалып инеү ғаиләнең иң яҡты хыялы була. Үҙ йортоңда, әлбиттә, эше лә йырып сыҡҡыһыҙ булырын улар яҡшы аңлай. Үҙҙәре атай-әсәй булғанға ла, улар ба­лаларҙы хеҙмәткә өйрәтеү, йәмәғәт, ғаилә эшенә ҡарата хөрмәт тәрбиә­ләү уңышлы һөҙөмтә биререн яҡшы аңлай. Камил Ғәлим улының юғары уҡыу йортон тамамлап диплом алған сағы уның Һәйтәк тулы булмаған урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнгән осорона тап килә. Артабан Хәсәновтарҙы Өргөн ауылы мәктәбенә күсерәләр. Учалы урта мәктәбендә лә уҡытып ала ғаилә башлығы, ә 2006 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Х.Ғ. Мөхөтдинов исемендәге 98-се һөнәрселек училищеһына етәкселек итә.
– Камил Ғәлим улы килеү менән училищела төрлө ыңғай үҙгәрештәр башланды. Уҡыу кабинеттарында ремонт үткәрелде, йыһаз алмаштырылды, компьютерҙар алынды. Учи­лищеның ашханаһы ла йү­нә­телде. Спорт ҡорамалдары, китапхана фонды ла яңыртылды. Теплицала йыл әйләнәһенә йәшелсә үҫтерелде. Ул йылдар беҙҙең уҡыу-уҡытыу йорто өсөн иң яҡшы осор булғандыр, – тип хәтерләй ветеран-педагог Даян Шаһиморатов.

Рәсәйҙең мәғариф отличнигы К.Ғ. Хәсәнов оҙаҡ йылдар һөҙөм­тәле эшләгәне өсөн бихисап грамота, Маҡтау хаттары менән бүләкләнә. Хеҙмәт ветераны, ауыл биләмәһенең алмаштырғыһыҙ депутаты, хеҙмәт ветераны ауылдаштары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанып, әле лә тыуған ауылында тулы ҡанлы тормош алып бара.
Фәниә Һаҙый ҡыҙы Учалы ауылында А.Ғ. Хөснөтдинов исемен­дәге урта мәктәптә уҡытҡан 30 йыл уның өсөн иң һөҙөмтәлеһе, иң бәхетлеһе тип һанай. Ул – юғары категориялы уҡытыусы. 2007 йылда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы грантҡа лайыҡ була. Утыҙ йыл буйы технология уҡытыусылары методик берек­мәһенең, район мәктәптәренең ошондай уҡ ойошмаһының етәк­сеһе, аттестациялау комиссияһы ағзаһы була. Ул – “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, Башҡортос­тандың мәғариф отличнигы.
Тынғыһыҙ, изге күңелле ҡатын йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуын дауам итә. Учалы ауылының ҡа­тын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, халыҡ араһында ҙур эш алып бара.
– Өләсәйем – донъялағы иң яҡшыһы, – ти уның ейәнсәре Мәҙинә. – Миңә күп һөнәрҙәр оҡ­шай, әммә мин, ҡартатайым һәм өләсәйем кеүек, уҡытыусы булғым килә.


Ҡыҙыҡлы итеп йәшәү – әүҙем булыу!


Йылдар бик тиҙ үтеп, балалар ҙа үҫеп еткән, лайыҡлы белем алған, башлы-күҙле булған. Хәҙер инде өлкән Хәсәновтар һөйөклө ейәндәрен үҫтерешә.
Улдары Вадимдың ғаиләһендә ҡыҙ һәм ул үҫә. Икенсе улдары Марат та – бынамын тигән һәләтле ике ҡыҙ атаһы. Ҡыҙҙары Гөлнара – ата-әсәһенең уҡытыусы һөнәрен дауам итеүсе. Һәр яҡлап та килгән шәхес. Өҫтәүенә өс балаға яғымлы әсәй ҙә. Балаларының оҫта ҡуллы булғанына, донъяны гөрләтеп көткәндәренә, татыу ғаиләләренә шатланып бөтә алмай өлкән Хәсәновтар.
Бәхетле ғаиләләрҙә балалар һөйөү, изгелек, үҙ-ара аңлашып йәшәүҙе тойоп үҫә. Хәсәновтар ярат­ҡан һөнәре менән шөғөлләнә, уңыштарға өлгәшә. Тыуған ерҙә­рендә, йәшәгән төйәктәрендә фай­ҙа килтереп, әйләнә-тирәлә­ге­ләрҙең хөрмәтен татып, абруй ҡаҙанып йәшәй улар. “Ҡыҙыҡлы итеп йәшәү – әүҙем булыу!” – Хәсәновтар өсөн был ҡоро һүҙ генә түгел, ә ғаиләнең донъяға ҡарашын билдәләгән төшөнсә.


Учалы районы.
Читайте нас