Йәмғиәт
21 Мая 2021, 11:00

Башҡортостандан ете кеше еңеүгә дәғүә итә

Кисә Мәскәүҙә “Интернет коммуникациялары лидерҙары” Бөтә Рәсәй конкурсының туранан-тура уҙғарылған этабын асыу тантанаһы булды.

Кисә Мәскәүҙә “Интернет коммуникациялары лидерҙары” Бөтә Рәсәй конкурсының туранан-тура уҙғарылған этабын асыу тантанаһы булды. Был этапта арауыҡта ҡатнашып, иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм контроль теста уларҙы уңышлы раҫлаған 376 конкурсант ҡатнаша. Дәғүәселәр араһында Башҡортостандан ете кеше бар. Улар – Владимир Барабаш, Руфина Вәлиева, Леонид Егоров, Алла Ишбулдина, Евгения Малахова, Елена Сорокина, Артур Шәмсетдинов.
Сараны асыу тантанаһында “Диалог” йәмғиәтенең генераль дироекторы Алексей Гореславский, “Рәсәй лидерҙары” конкурсының Эксперттар советы рәйесе, “Интернет коммуникациялары лидерҙары” конкурсының Эксперттар советы ағзаһы Павел Безручко ҡатнашты. Алексей Гореславский әйтеүенсә, был конкурсты үткәреү интернет коммуникациялар өлкәһендә оҫталыҡҡа эйә булған белгестәргә ихтыяждың ҙур булыуына бәйле.
20-21 майҙа ярымфинал булды. Уның һөҙөмтәһе буйынса финалсылар билдәләнә. 23-24 майҙа улар еңеү өсөн көс һынаша. Ә 24 май кисендә конкурсты ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үткәрелә.
Мәғлүм булыуынса, “Интернет коммуникациялар лидерҙары” конкурсы digital өлкәһендәге перспективалы белгестәрҙе һайлап алып, артабан үҫтереүгә һәм эш менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Еңеүселәр “Диалог” йәмғиәте структураһындағы, төбәк башҡарма власть органдарыны матбуғат хеҙмәттәрендәге, партнер компанияларҙағы вакант урындарға эшкә урынлаша, илдәге төп интернет эксперттарында стажировка үтә, шулай уҡ идара итеү һәм һанлы компетенцияларҙы үҫтереү буйынса белем биреү программаларында ҡатнаша ала.
Конкурс тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте лидерыинтернета.рф сайтында табырға мөмкин.
Фото: vk.com
Читайте нас