Совет осоронда илебеҙгә терәк булған, илебеҙ ҡаҙнаһын байытҡан ауыл хужалығы эшсәндәре, ябай көтөүсенән алып колхоз рәйесенә тиклем ил хәстәре менән йәшәгән, ауыл хужалығын күтәргән, ялан-ҡырҙар тулы көтөү-көтөү мал аҫрап, халыҡты үҙ ризыҡтарыбыҙ менән тәьмин иткән, ҡара таңдан тороп колхоз эшенә егелгән колхозсыларҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Күҙ асҡыһыҙ буранға, ел-дауылға ҡарамай иртә таңдан тороп көн һайын фермаға йөрөгән, ҡасандыр ил һағында торған ағайҙар ҙа бөгөн оло йәшкә етте. Уларҙың әле тау үренә менеп, юғарынан түбәнгә ҡарап торған мәлдәре...
Алыҫ-алыҫҡа төбәлеп ҡарап торған саҡтарында үткән тормоштары хаҡында нимә уйлайҙар икән? Совет тормошоноң ҡыйралыуын, үҙҙәренең хәләл көсөн биргән колхоз-совхоздарҙың тарҡалыуын нисек кисерҙеләр икән? Беҙҙең быуын ағайҙары бит улар! Үҙҙәренең йәшлеген, көсөн, тотош ғүмерен ауыл хужалығын күтәреүгә арнаған, ил йөгөн үҙ иңенә алған ағайҙар улар. Шул дәүер ир-уҙамандарының береһе Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында ғүмер иткән Рафаэль Байрамғолов тураһында булыр һүҙем.
Быуат башында донъяға килгән атаһы Бәҙретдин Фәхретдин улының бала сағы ауыр заманға тура килә, етмәһә, 1921 йылғы аслыҡта бик күп кеше ҡырыла, атаһынан ҡалған мал-тыуар ҙа юҡҡа сыға. Граждандар һуғышы осоронда илдә барған болғанышта, бер ҡараһаң, аҡтар, икенсе ҡараһаң, ҡыҙылдар ауылға килеп инеп, халыҡты талай, аҡтар йә ҡыҙылдар алып киткәндән һуң ҡалған йылҡыларын бүреләр ашап бөтөрә, кәртәлә бер һыйыр ғына тороп ҡала.
Бәҙретдин колхозлашыу осоронда тәүгеләрҙән булып колхозға инә, башкөллө ауыл хужалығын күтәреүгә сума, колхозда йылҡы, һарыҡ фермаһы мөдире булып эшләй. Йәмле Ирәндек буйында мал-тыуар аҫрап, бала-саға үҫтереп, колхоз эшенә сумып эшләп йөрөгәндә генә һуғыш башлана. Ирмен тигән ирҙәр фронтҡа китә, ауылда ҡарт-ҡоро, бала-саға менән ҡатын-ҡыҙ ғына тороп ҡала...
Бронь менән ҡалдырыуҙарына ҡарамаҫтан, Бәҙретдин, ҡатыны Мәүҙиғаһын дүрт бала менән ҡалдырып, үҙ теләге менән беренселәрҙән булып һуғышҡа китә.
Немец илбаҫарҙарын тар-мар иткәндән һуң күкрәгенә орден-миҙалдар тағып, тыуған ауылына ҡайтып төшә һәм ауыл хужалығын күтәрергә тотона. Һуғыш дәүерендә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ҡулына тороп ҡалған хужалыҡ ирҙәр ҡулына күсә, әммә бик ауыр йылдар була. Бәҙретдин колхозда ферма мөдире лә, хужалыҡ рәйесе ярҙамсыһы ла булып эшләй. Бер үк ваҡытта урманды һаҡлау эштәрен алып бара, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте, Ирәндек битләүендәге ер-һыуҙы ҡурсалауҙы ойоштора. Һәр эштә лә иренә терәк булған Мәүҙиғаһы тағы ла алты сабыйға ғүмер бирә.
Ауыр йылдарҙа улар, иңгә-иң терәп, ун баланы үҫтерә, һәр береһенә белем биреп, илгә терәк булырҙай улдар тәрбиәләп, яҡты донъя менән хушлаша. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, атайҙарына оҡшап, балалары ла ошо төбәктән ситкә китмәй, ауыл хужалығын күтәреү өсөн бар көсөн һала.
Рафаэль Байрамғолов 1951 йылда Мерәҫ ауылында ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Ауылда башланғыс мәктәп кенә булғанлыҡтан, Баймаҡҡа йөрөп, урта белем ала. Совет армияһына киткәнсе үк “Бөйөк Октябрҙең 50 йыллығы” колхозына эшкә төшә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, ошо уҡ колхозға зоотехник булып эшкә килә. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған егетте “Йылайыр” совхозына баш зоотехник итеп ебәрәләр.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тибеҙ. 90-сы йылдарҙа Рафаэль Бәҙретдин улын “Таналыҡ” колхозы рәйесе итеп һайлайҙар. Үҙ эшен яҡшы белгән хужалыҡ етәксеһе кимәленә күтәрелә ул, былар барыһы ла эште яратҡанлыҡтан, тырышлыҡтан, оҫта ойоштороусы булыуҙан килә. Ул, урындағы етәкселәр, белгестәр һәм колхозсылар менән уртаҡ тел табып, сәмләнеп эш башлай.
“Таналыҡ” колхозы баҫыусылыҡ буйынса һәр ваҡыт район хужалыҡтарына өлгө булып тора. Мәҫәлән, 1992 йылда иген культураларынан 56100 центнер ашлыҡ йыйып, һәр гектарынан 33 центнер уңыш йыйып алына. Иң юғары уңыш арпанан – 47,6 центнер тәшкил итә. 1993 йыл баҫыусылыҡ буйынса районда беренсе урын яулана, күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булып, “ДТ-75” маркалы трактор алыуға өлгәшә.
1994 йылда иген культураларының гектарынан 30,7 центнер ашлыҡ үҫтереп, һәр шартлы баш малға 33,6 центнер аҙыҡ берәмеге етештереп, күсмә Ҡыҙыл байраҡты ҡулынан ысҡындырмай, беренсе дәрәжә диплом һәм “Урал” мотоциклы менән бүләкләнә.
“Таналыҡ” колхозы игенселәре бер ваҡытта ла үҙҙәрен һынатмай, йыл һайын призлы урындар алып тора. Баҫыусылыҡта ла эштәр яйлы барғас, мал-тыуар бер ваҡытта ла аҙыҡһыҙ ҡалмай. Етерлек кимәлдә аҙыҡ әҙерләнеп, ҡуралар янына ташып ҡуйыла. Районда йыл һайын үткәрелгән “Йыл йомғаҡтары” семинар-кәңәшмәһендә колхоз һәр саҡ призлы урындар яулауға өлгәшә. Фермаларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, малды йәйләүгә күсереү юғары кимәлдә ойошторола. 14 йыл колхозда етәкселек иткән дәүерҙә районда йыл һайын тигәндәй беренсе урынды яулайҙар.
Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рафаэль Бәҙретдин улы III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, “Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнә. Малсылыҡ эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн уға бихисап маҡтау грамотаһы, рәхмәт хаттары бирелә. Йыл һайын ауыл, район советтарына халыҡ депутаты итеп һайлана.
Ауыл хакимиәте башлығы булараҡ та, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу өсөн байтаҡ уй-ниәтте бойомға ашыра. Ауылға тәбиғи газ үткәреү өсөн Өфө юлдарын күп тапарға тура килә. Ниһайәт, 2005 йылда ауылдың иң оҙон урамындағы йорттарға зәңгәр яғыулыҡ индерелә. Артабан мәктәп тә газ селтәренә тоташтырыла. 2007 йылда республика буйынса ойошторолған “Иң яҡшы ауыл” конкурсында ҡатнашып, еңеүсе исемен яулауға өлгәшәләр. Шулай уҡ тирә-йүнде төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла. Ауыл янындағы ҡәберлектәр кәртәләнә, Ирәндек тауынан ағып төшкән байтаҡ шишмә таҙартылып, тимер рәшәткә менән уратып алына, урамға асфальт түшәлә.
Эйе, һанай китһәң, ул колхозда байтаҡ эш башҡарған... Ирәндек тауы башына менеп, ҡулын маңлайына ҡуйып, Рафаэль Бәҙретдин улы алыҫ-алыҫтарға күҙен төбәп, бигерәк тә таһылланып бесән сапҡан мәлдәрҙә, тирә-яҡты байҡап ҡарап тора. Әллә үткән ғүмеренең артта ҡалған ҡәҙерле минуттарын иҫкә ала, әллә Ирәндек ҡуйынындағы иге-сиге булмаған киңлектәргә хайран ҡалып ҡарап тора... Әммә үкенерлек түгел уның үткәне.
Рафаэль Байрамғолов бәхетле яҙмыш кисерҙе: атаһының уй-хыялдарын тулыһынса аҡлай алды, уның эшен дауам итеүгә өлгәште. Ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған хеҙмәт ветераны хәҙер 70 йәшлек юбилейен ҡаршылай. Ауылдаштарының ихтирамын яулаған юбилярҙың тормош көҙөндә йыйыр уңыштары бихисап. Бушҡа йәшәлмәгән: ҙурҙан өйөн дә һалды, ағасын да ултыртты, балалар ҙа үҫтерҙе. Бөгөн балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уның эшен дауам итә. Иң мөһиме – ауылдаштары алдында уның йөҙө яҡты. 40 йылдан ашыу ул туған колхозына тоғро хеҙмәт итте, 14 йыл буйы колхозға етәкселек итте, артабан ауыл Советы рәйесе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ҡатыны Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙы менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, әле һәр береһе үҙ тормошон ҡорған. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ветеран ҡул ҡаушырып ултырмай, һәр ваҡыт ауылдаштары араһында, ауыл хужалығын алып барған йәштәргә кәңәш-төңәш итеп, һүҙе менән дә, эше менән дә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.