Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда “Һуңғы ҡыңғырау” көнөндә - 22 майҙа - магазиндарҙа алкоголле эсемлектәр һатыу тыйыла. Был сикләүҙе күҙәтмәгәндәргә штраф һалыу ҡаралған.
Рәсәй Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ярашлы, вазифалы кешеләргә 20 – 40 мең һум, ойошма һәм предприятиеларға 100 мең һумдан алып 300 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ, шулай уҡ тауар ҙа тартып алына. Был сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы урындарына ҡағылмай.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме буйынса “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын быйыл 22 майҙа уҙғарырға тәҡдим ителде.
Балаларҙың байрамы матур үтһен!