Йәмғиәт
21 Май 2021, 07:11

Өлтөк ҡарағастар япраҡ ярған

Әммә уларҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Былтыр көҙ көнө Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы тәбиғәт ҡомартҡылары тип һаналған 11 төп өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙы билдәһеҙ кешеләр олононан ике яҡлап бысҡан ине. Был хәл бөтә республика халҡын шаҡ ҡатырҙы, уникаль ағастарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө саралар күрелде.


Яҙ көнө бер төркөм ғалимдарҙан торған делегация унда барып, илдә беренсе тапҡыр үҙенсәлекле ғәмәл башҡарҙы. Улар ҡырҡылған ҡарағастарға донор ағас беркетеп, уларҙы “ямап” ҡуйҙы.
Сибай институтынан биология фәндәре докторы, профессор, ғалимдарҙан торған эш төркөмө етәксеһе Илгиз Һөйөндөков белдереүенсә, әле зыян күргән ҡарағастар бөрөләнеп, япраҡ ярған. Уларға медицина термины менән әйткәндә, бик уникаль һәм һирәк башҡарылған операция эшләнгән. Өлтөк ҡарағастарға донор шына ҡағылып ҡуйылған, улар “пациент”ты ҡабул итерме-юҡмы, әлегә әйтеүе ҡыйын. Артабан зыян күргән ағастарҙың үҫеп китеүе тураһында ла һүҙ алып барыуы иртәрәк, сөнки уларҙың электән ҡалған көс менән бөрөләнеп, япраҡ ярыуы ла ихтимал. Бер нисә ай үтмәйенсә, өлтөк ҡарағастарҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ тип әйтеп булмаясаҡ.
Бөгөн 11 төп ҡарағастың унауһы йәшел­ләнеп ултыра, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ағасты һаҡлап ҡалып булмаған.

Өлтөк ҡарағастарҙы оҙаҡ йылдар тәрбиәләгән Клара Абдуллина күп ваҡытын ҡуртымға алынған биләмәлә үткәрә. Тәүге тапҡыр өлтөк ҡарағастарҙың нисек ҡышлауы, бөрөләнергә уйлаймы-юҡмы, донор ағасты ҡабул иткәндәрме икәнлеген белеү өсөн барғанда, Клара Абдуллина “ямаулы” ағастар ҡоромаһын өсөн уларға даими рәүештә һыу ҡойоп тороу маҡсатынан үҙ аҡсаһына ҡоҙоҡ ҡаҙҙырта ине. Уның да борсолоуҙарын аңларға була, ни тиһәң дә, оҙаҡ йылдар буйы ҡарап, биләмәнең тирә-яғын төҙөкләндереп, ошо матурлыҡҡа ҡул һуҙырға уйлаусыларға, йәғни өлтөк ҡара­ғастар үҫкән урында үҙ эшен асырға теләү­селәргә ҡаршы торған ҡатындарҙың береһе ул. Әйткәндәй, ул өлтөк ҡарағастарҙың бер нисә йәш үҫентеһен ултыртҡан булған. Әле был ағастар бер аҙ күтәрелгән, әммә уларҙың да өлтөк булып үҫерме, юҡмы икәнлеге билдәһеҙ.
Илгиз Һөйөндөков сәфәр барышында йәнә бер серҙе асып һалды. Баҡтиһәң, Әбйәлил районында Ҡужандың өлтөк ҡарағастары кеүек тәбиғәт мөғжизәләре бер нисә урында бар. Әлегә уны күптәр сер итеп һаҡлай, хатта әбйәлилдәр ҙә был хаҡта белеп бөтмәй. Күрәһең, ниндәйҙер мөғжизә менән Ирәндек һәм Ҡырҡтытау битләүҙә­рендә өлтөк ҡарағастар үҫә.
Әгәр күптәрҙең хәтерендә булһа, вәхшиҙәрҙең ҡырын эшенән һуң социаль селтәрҙә ни өсөн ошоға тиклем өлтөк ҡарағастар янына йәш үҫентеләр ултыртмау хаҡында ла һорауҙар яңғыраны. Илгиз Варис улы был мәсьәләгә аныҡлыҡ индереү маҡсатында беҙҙе Михайловка ауылында оҙаҡ йылдар баҡсасылыҡ, атап әйткәндә, үҫентеләр әҙерләү, селекция эштәре менән шөғөлләнгән Зөфәр Саҙрыев менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, был эш менән ул байтаҡ йылдар ҡыҙыҡһына, төрлө тәжри­бәләр үткәрә. Зөфәр Саҙрыев өлтөк ҡарағастарҙың тубырсығын йыйып, уны киптереп, орлоҡ яһап, бер нисә йыл үҫтергән. Уның питомнигында тиҫтәләрсә йәш өлтөк ҡарағас урын алған.
– Бик аҡрын күтәрелә был ҡарағастар. Ана, күрәһегеҙме, мин уларҙы түтәл кеүек бер нисә урынға ултыртҡанмын. Ғаиләлә бер атанан тыуған балалар ҙа төрлө булған кеүек, өлтөк ҡарағас орлоғонан үҫкән үҫентеләр ҙә төрлөсә. Бер нисә йылдан ҡарарбыҙ – улар бөҙрә ҡарағасҡа әйләнерме-юҡмы, ваҡыт күрһәтер, – ти Зөфәр Ғиләж улы.
Ҡазан ҡалаһында тыуып үҫкән Зөфәр Саҙрыевтың Әбйәлил яҡтарын үҙ итеүенә байтаҡ йылдар үткән. Ҡасандыр игенселектә эш башлаған эшҡыуар бөгөн баҡсасылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнә. 25 гектар майҙанды биләгән урында күк шыршы, туя, артыш, ҡарағас, абрикос, төрлө сортлы алма-грушалар, слива, ҡарағат, барбарис, крыжовник тиһеңме, помидор, ҡыяр булһынмы, төрлө сәскәләр үрсетмәләре – барыһы ла бар.

Тәүге тапҡыр Ҡужан ҡарағастарының хәлен белешергә апрель урталарында барһаҡ, икенсе тапҡыр улар янында ошо арала булып, ысынлап та, мөғжизәнең барлығына инанып, өлтөк ҡарағастарҙың йәм-йәшел япраҡ ярыуына ҡыуанып ҡайттыҡ. Күрәһең, тәбиғәт тә уларҙың өнһөҙ илауҙарына яуап итеп үҙ имләүен ебәргән, яҙын япраҡ ярҙыртҡан. Тик, ғалимдар әйте­үенсә, ҡыуанырға ашыҡмайыҡ әле. Уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ. Матурлыҡҡа ҡул күтәргән вәхшиҙәр ҙә бер ваҡыт яуап бирер, уларҙы ҡотортҡан кешеләр ҙә асыҡланыр. Һәр хәлдә, суд алдында яуап бирмәһә лә, Хоҙай алдында һынау тотоуы, ай-һай, еңелдән булмаҫ...
Әлегә өлтөк ҡарағастарҙың еребеҙгә, илебеҙгә ҡот өҫтәп, өмөт һәм ышаныс уятып, япраҡ ярыуына шатланайыҡ, әммә уларҙы тапап йөрөмәйек. Нығынып киткәнсе яндарына халыҡты индермәү сараһын да күрергә кәрәктер. Ситтән генә лә һоҡланырға мөмкин бит. Бигерәк тә быйыл көндәрҙең бик ҡоро һәм эҫе булыуын иҫәпкә алып, өлтөк ҡарағастар янына барған туристар ағымын сикләү зарур.


Әбйәлил районы.
Читайте нас