Сайера Искәнйәрова Трушин ауыл мәҙәниәт йортонда саралар ойоштороусы булып эшләй. Үҙе лә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, һуңғы дүрт йылда бихисап Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Ҡул эштәренә лә оҫта. Донъя мәшәҡәттәренән саҡ ҡына арынһа, йәһәт кенә ырғағын алып, рауза сәскәләре бәйләргә тотона. Был шөғөлөн танышым яратып башҡара, сөнки ул – күңел өсөн генә түгел, килем сығанағы ла. Тағы ла бер шөғөлө бар – ҡорама ҡорарға ярата. Был һөнәргә әсәһенән өйрәнгән. Береһенән-береһе сағыу йыртыш һәм тауар киҫәктәренән үҙенә генә хас биҙәктәр яһап, ултырғыс түшәктәре, буй юрғандар тегә.
Әсәһе Сәлиә Килдейәрова Башҡорт Үргене ауылында тыуып үҫкән. Яҙмышын Төркмәнстандың Ташауз егете Хоҙайбиргән Искәнйәров менән бәйләй. 1971 йылда апаһына иш булып Сайера донъяға ауаз һала.Тормоштары етеш булмағас, 30 гектар майҙандағы емеш-еләк баҡсаһына эшкә сыға. Йылдың миҙгеленә ҡарап, үҫентеләрҙе тәрбиәләй, утап-күмә, алма, виноград йыйып тапшыра. 18 йәше тулыр-тулмаҫтан, атаһы “ҡыҙымдың ҡулын кем һорап килә, шуға бирәм” тигән нәҙере буйынса, Сайераның ризалығын һорап тормай, 1989 йылда уны кейәүгә бирә. Бер-бер артлы өс балаһы донъяға ауаз һала.
Тормош юлдары ҡатмарлы, һикәлтәле, 2000 йылда ата-әсәһен күндереп һәм балаларын алып, Ейәнсура районының Үрген ауылына ҡайтып төшәләр. Ул ваҡытта бында буш өй булмау сәбәпле, Трушин ауылынан йорт һатып алып, шунда төпләнәләр. Тормоштары юлға һалына, һәр береһенә айырым бүлмә, ҡул эше менән булыр өсөн иркен зал бик тә ярап ҡала. Әсәһе менән икәүләп бик күп буй юрған, түшәктәр ҡорайҙар. Тормош һәүетемсә дауам итә.
2004 йылда дүрт балаһын алып, апаһы менән еҙнәһе ҡайтып төшә һәм улар менән бергә төпләнәләр. Бөгөн улар, балаларын башлы-күҙле итеп, үҙҙәре Ҡарадигәндә донъя ҡороп йәшәй. Сайераның ата-әсәһе 1939 йылғы була, хаҡлы ялға сығып, балаларын тәрбиәләшеп, аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә, тик дүрт йыл элек – атаһы, үткән йыл әсәһе мәрхүм була.
– Диндар кешеләр булдылар, аят-сүрә уҡып, доға ҡылып ултырҙылар, – тип һағынып иҫләй уларҙы Сайера.
Үҙе лә, ата-әсәһенә ҡушылып: “Эй, Хоҙайым, миңә бирмәгән бәхетте балаларыма бир!” – тип теләй. Бөгөн өс балаһы ла үҙаллы донъя көтә. Оло улы Рөстәм Биктимер улы Иҫәнғолдағы һөнәрселек училищеһын тамамлаған. 2013 йылда Үрге Бикбирҙе ауылы һылыуы Лилиә Сабитова менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Улар, 2014 йылда ҙур итеп йорт һалып сығып, бөгөн ике малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй.
Әйткәндәй, тәүҙә ҙур итеп һарай төҙөп, мал үрсетеп, бөгөн шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Шәхси хужалыҡтарында өс трактор һәм пилорама бар. Рөстәм Әбдрәмәнов – ауыл Советы депутаты. Йәштәрҙе туплай, улар ауыл тормошона бәйле эштәрҙе, спорт сараларын ойоштороуҙа биләмә башлығы Рәмил Юлсановтың ярҙамсыһы булып тора. Рөстәм Бикбау ауыл биләмәһенең йомғаҡлау йыйылышында Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Сайераның ҙур ҡыҙы Роза, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, әле Салауат ҡалаһында балалар баҡсаһында эшләй. Тормош иптәше Фәнил Ҡаҙаҡбаев менән бер малай һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр, ипотекаға фатир алғандар.
Бәләкәй ҡыҙы Фирүзә Үрген егете Илдус Аҡсурин менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ балаға ғүмер бүләк иткән. Өй һатып алып, шул уҡ ихатала матур итеп яңы йорт төҙөйҙәр.
Һәр ҡайһыһының үҙ шөғөлө бар, береһе лә буш ултырмай. Фирүзә бәләкәй ҡыҙы менән декрет ялында булһа ла, заказ буйынса торттар бешерә, аш-һыу оҫтаһы ла.
– Хоҙайҙан һораған теләктәрем ҡабул булды, Аллаһ Тәғәләгә мең шөкөр, – тип йылмая бәхетле әсә. – Балаларымдан, киленем менән кейәүҙәремдән уңдым. Барыһы ла ярҙам итергә генә тора. Үҙем дә тик ултырмайым, ейән-ейәнсәрҙәремде ҡарашам, шулай итеп, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ете ейән-ейәнсәремә өләсәй-ҡәрсәй булып, уларҙы иркәләп-наҙлап, тәрбиәләшеүҙә ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем.
Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Был Сайера Хоҙайбиргән ҡыҙына төбәп әйтелгән кеүек. Нисек кенә булмаһын, малын да, ҡош-ҡортон да ҡарап, ағын эшкәртеп өлгөрә. Эштән арынған ваҡытында тағы ла мең төҫлө туҡымаларын бәләкәй генә киҫәктәргә ҡырҡып, бер-береһенә ялғап тегеп, матур биҙәктәр хасил итә. Үҙ эшенән ҡәнәғәтлек алып, балаларымдың һәр көнө ошо ҡорамалай сағыу, матур, бәхетле булһын, тип теләй ул.