Бөгөн Өфө тимер юл вокзалында матур ваҡиға булды – “Өфө – Күмертау – Өфө” маршруты буйынса йөрөгән “Орлан” ҡала яны поезының биш меңенсе пассажирын тәбрикләнеләр. Был иҫтәлекле минуттарҙы беҙгә, "Башҡортостан" гәзите журналистарына ла, күрергә насип булды.
Өфөнән Күмертауға юлланасаҡ “Орлан” пассажирҙар менән тулғандан-тула бара. Ошо йүнәлештә иҫәп буйынса биш меңенсе пассажирҙың кем булыуы һәм ҡайһы вагонда, нисәнсе урындан китәсәге билдәле, әммә ошо бәхетле билет хужаһы үҙе генә был хаҡта белмәй. Бүләкләргә килгән “Башҡортостан ҡала-яны пассажирҙар компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Олег Черноокий сәғәткә ҡарай-ҡарай был пассажирҙы көтә, тулҡынлана. Поезд ҡуҙғалыуға 13 минут ҡалды, ә ул юҡ. Ниһайәт, йәш ҡыҙ урынға килеп ултырҙы һәм бындай иғтибарҙан бер аҙ юғалып та ҡалды.
Шулай итеп, “Орлан” поезының биш меңенсе пассажиры Башҡортостан дәүләт медицина университетының IV студенты Илсинә Хәлитова булып сыҡты. Мәғлүм булыуынса, ул ошо поезда даими йөрөй икән.
“Иртәгә Мәләүезгә ҡайтырға уйлағайным, һуңғы минутта сәфәремде бөгөнгөгә күсерергә булдым. Бына ниндәй бәхетле осраҡ!” – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ҡыҙ.
Олег Черноокий сәскә гөлләмәһе һәм “Өфө – Күмертау – Өфө” маршруты буйынса бушлай йөрөүгә сертификат тапшырҙы, уның менән ҡыҙ үҙе теләгән ваҡытта файҙалана ала.
“Беҙҙең “Орлан” осто. Күмертауға, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ, Салауат аша һәм кирегә – маршрут ихтыяж менән файҙаланыла. Вагондар зауыҡлы һәм уңайлы, кондиционер ҙа бар. Өс сәғәт 50 минутта пассажирҙар йомшаҡ ултырғыстарҙы, киң багаж кәштәләрен, светодиод яҡтыртҡыстарҙы, мәғлүмәт таблоһын һәм бәҙрәфте баһалап өлгөрәсәк”, –тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо ваҡиға айҡанлы.
Мәғлүм булыуынса, 2 апрелдән республикала Өфө – Стәрлетамаҡ – Салауат – Мәләүез – Күмертау маршруты буйынса “Орлан” ҡала яны поезы йөрөй башланы. Ул халыҡ өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырҙы.
РА-З “Орлан” инновациялы дизель ҡала-яны поезы – рельслы автобус. Тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезын сафҡа индереү эше 2020 йылдан уҡ алып барыла. Уны планлаштырған ваҡытҡа тиклем ебәреүгә өлгәшәләр. “Орлан” бары дүрт станцияла туҡтай: Дим, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе поезд менән яҡындан танышты – тәүге пассажиры булды. Башҡортостан етәксеһе белдереүенсә, ошондай уңайлы ҡала яны поездары маршруты башҡа йүнәлештәрҙә лә үҫтереләсәк.
“Һәр вагон һауаны таҙартыу һәм зарарһыҙландырыу системалы климат ҡорамалы менән йыһазландырылған. Мобиль пассажирҙарҙы ултыртыу һәм сығарыу өсөн кресло-коляскаларҙы күтәргестәр, уларҙы нығытыу өсөн беркеткестәр һәм санитар узелда махсус ҡорамал ҡаралған”, – тип уртаҡлашты Олег Черноокий.
Әле Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” акционерҙар йәмғиәте менән берлектә РА-3 “Орлан” рельс автобусының “Өфө – Күмертау – Өфө” маршруты буйынса икенсе парын июндә ебәреү өҫтөндә эшләй.
Ошо ҡыҫҡа ваҡыт арауығында “Орлан”ды халыҡ лайыҡлы баһалап, уны ихлас файҙалана. Әле пассажирҙар ағымы 1,5 тапҡырға артҡан. Унда Өфө, Күмертау һәм Мәләүез халҡы күберәк йөрөй. “Орлан”дың юлға киткән ваҡытын тағы ла ҡыҫҡартып, 3 сәғәт 20 минутҡа тиклем еткерергә ниәтләнәләр, әле ул 3 сәғәт 50 минутта тәғәйен урынға алып барып еткерә.