Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ике көн дауамында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ академияһы уҙғарған ҙур сара тураһында хәбәр иткәйнек.
Был мәрхәмәтлек проекты республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбированың авторлығында башланғыс алды һәм үҙенсәлекле ижтимағи хәрәкәткә әйләнде. Быйыл августа проекттың башланыуына ике йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” академияһы республиканың 14 ҡала һәм районында булып өлгөргән. Уның төп маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙы, уның ғаиләһен бәхетлерәк, именерәк, сәләмәтерәк итеүгә булышлыҡ күрһәтеү.
Кисә проектта ҡатнашҡан ауырлы ҡатындың көтмәгәндә тулғағы башланған һәм уны ашығыс рәүештә бала табыу йортона оҙатҡандар. Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамланған – йәш әсә һау-сәләмәт сабый табып ҡыуанған.
“Мөғжизәләр була һәм “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” быны раҫлай! Кисә сара ваҡытында беҙҙең ҡатнашыусы Дилара И. бала табыу йортона оҙатылды һәм һоҡланғыс сабыйға әсә булды. Уға акушер-гинеколог, беҙҙең проекттың партнеры Динар Ғабдрахманов ярҙам итте. Был - бик яҡшы билдә!” – тип хәбәр итте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә проекттың авторы Каринэ Хәбирова.
Йәш әсәгә һәм сабыйға һаулыҡ, именлек теләйек!