Йәмғиәт
21 Май 2021, 15:00

Төрлө быуын журналистары осрашты

Коллегалар бер-береһенең ҡыҙыҡлы шөғөлдәре менән танышты. “Тамаша” журналы коллективы үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән ине...

Бөгөн, 21 майҙа, Башҡортостан Журналистар союзы “Бөтә быуындар журналистары клубы”ның сираттағы – дүртенсе осрашыуын үткәрҙе.
Ихлас аралашыуға ҡоролған сараны ойошма рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов асты һәм күптән түгел Башҡортостан Журналистар союзы сафын тулыландырған коллегаларыбыҙ – Айнур Дәүләтбәков, Альбина Ладыженко һәм Айгөл Абдулвәлиеваға танытмалар, билдәләр тапшырҙы.
Йәшерәк быуын журналистары тармаҡтың хөрмәтле ветерандары Елена Коннова, Людмила Савенко, Галина Сәлихованың сығыштарын, фәһемле кәңәштәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Урта быуын журналистарынан Гөлдәриә Йосопова, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Альбина Ладыженко һәм башҡаларҙың сығышы ҡыҙыҡлы, фекер-тәҡдимдәре урынлы булды. Сараны Айнар Байбулатов менән Лира Ғафарова күңелле итеп алып барҙы.
Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин һәм абруйлы йыр бәйгеләре еңеүсеһе Рәфис Сирусиндың сығыштары сараның матур биҙәге булды. “Тамаша” журналы коллективы был көнгә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән ине: коллегабыҙ Миләүшә Ҡыҙрасованың һүҙҙәренә композитор Илшат Яхин яҙған “Мәктәп вальсы” тигән йыр тап ошо кисәлә Гөлшат Ғайсина һәм Рәфис Сирусин башҡарыуында тәүге тапҡыр яңғыраны. Журналистар яңы йырға бик матур баһа бирҙе.
Коллегалар бер-береһенең ҡыҙыҡлы шөғөлдәре, мәҫәлән, нумизматика коллекцияһы, ҡурсаҡтар, гәзиттән эшләнгән әйберҙәр күргәҙмәләре, яңы баҫмалар менән танышты. Ғөмүмән, йыр-бейеүле осрашыу төрлө быуын журналистарының ихлас аралашыуына ҡоролоп, бер тында үтеп китте. Туҡтауһыҙ мәғлүмәт ағымында, тынғыһыҙ эш ритмында йәшәгән хеҙмәт эйәләре бер аҙға ғына булһа ла күңеленә ял, йөрәктәренә көс-дәрт алып таралышты.
Юлай Кәримов һәм автор фотолары.
Читайте нас