Йәмғиәт
21 Май 2021, 07:34

Таллыкүлдә һыу инеү – үҙе бер тарих

Үрген балалары хеҙмәттә лә алдынғы, күңелле ял да итә белә.

Аҡһылыу Срурованы Башҡорт Үргене ауылында ғына түгел, район кимәлендә лә бик яҡшы беләләр. Ул матбуғатта йыш сығыш яһай. Аҡһылыу Әнүәр ҡыҙының һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итергә булдыҡ.


– “Нулевой” класҡа 36 бала йөрөһәк, 1 сентябрҙә 32 уҡыусы инек. Ҡыҫҡаһы, 1974 йылда I класҡа барҙым, – тип башланы һүҙен Аҡһылыу Срурова. – Тәүге уҡытыусыбыҙ Ильяс ағай Ҡолтаев булды, беҙҙең класс айырым ултырған өйҙә белем эстәне. Шул хайран ҡалдыра, беҙ барыуға йорт йылы, баҡтиһәң, техничкалар иртә таңдан мейескә утын яғып ҡуя.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы күренеш, уҡытыусыбыҙ тырышып-тырмашып дәрес үткәрә, ә беҙ, ҡыҙ һәм малайҙар, уның ауыҙына ғына ҡарап ултырабыҙ. Шул саҡта, уҡып ултырғанда, ошо техничка апайҙар, беҙҙең янға инеп, мейесте болғатып, торомбаштарын ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, тағы ла утын өҫтәп сығып китә ине. Мәктәптә өйҙәге шикелле мөхит булдырылғас, күңелле була торғайны.
Ҡайһы саҡта Әминә Зарипова уҡытты, уға “Әминә Әсәтовна” тип өндәштек. Мин инде һирәк-һаяҡ “Әминә Әсәтовна” тип яңылыш әйтәм дә ҡуям, ә ул йылмайып, ипле генә төҙәтеп ебәрә. Бер ниндәй әрләү ҙә, ҡысҡырыу ҙа юҡ.
Беҙ уҡығанда шул хәтлем күңелле булды. “Тимурсылар” командаһына теләп йөрөнөк. Ҡарт-ҡоро, яңғыҙ ғүмер иткән әбей-бабайҙарға барып, өйҙәренә hыу ташып, утын индереп ярҙам иттек, хатта ишек алдарын hепереп-таҙартып ҡуйҙыҡ. Һәр береһенең нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән! Ә улар, май ҡояшылай балҡып, рәхмәт әйтеп, беҙҙе оҙатып ҡала. Яҙғыһын иһә яланға юлландыҡ, унда һалам төптәрен яндырып, баҫыуҙы киләһе сәсеүгә әҙерләнек.
Йәйге тормошто оҙаҡ итеп һөйләргә мөмкин. Ошо йылы миҙгелдә беҙҙе ял һәм хеҙмәт лагеры көттө, дөрөҫөрәге, үҙебеҙ уны дүрт күҙ менән көтөп алдыҡ. Иртәнсәк тороп йүгереп килгәс, Үрген йылғаһында рәхәтләнеп йыуынабыҙ, иртәнге тәмле бутҡаны ашағас, ҡаҙ бәпкәләре шикелле теҙелешеп, сөгөлдөр йә картуф баҫыуына ашығабыҙ. Һәр балаға рәт бүлеп бирелгән, уны матур итеп утарға тейешһең.
Эйе, беҙ, малай һәм ҡыҙҙар, бурысыбыҙға намыҫ менән ҡараныҡ. Таллыкүлдә һыу инеү – үҙе бер тарих. Әйтерһең дә, уның һыуын беҙҙең өсөн йылытып ҡуйғандар. Күлде арҡыры йөҙөп сығыу буйынса ярышыу, һыу төбөндә кем оҙағыраҡ булыр тип һынау – барыһы ла хәтерҙә. Төшкө аштан һуң инде төрлө уйын ойошторҙо уҡытыу­сылар. Волейбол, футбол кеүек спорт төрҙәрен яраттыҡ. Аҙнаһына бер тапҡыр ауылға ҡайтып, кино ҡарайбыҙ, лагерҙан Үргенгә йәйәүләп барабыҙ.
Беләһегеҙме, тағы ла нимә иҫтән сыҡмай? Вәли ағай Солтанбаевтың уҡытыу алымдары. Ул дәресен шул хәтлем мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла итеп үткәрҙе. Унан яу йылдары тураһында һөйләүен үтенеп һорай инек. Әммә Вәли Ғариф улы һуғыш хаҡында һөйләргә яратманы. “Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын!” – тине.
Әхмәтбай Абдуллин яҙғыһын “Зарница” уйынын төплө итеп ойоштора белде. Ике командаға бүленеп алабыҙ, күңел булғансы ағас мылтыҡтар менән атышабыҙ. Кемдер ҡолап киткән була, икенсе берәү яраланған ҡулын тотоп ята, граната эргәңә килеп төшһә, иҫте юғалтҡанға һалышабыҙ. Ҡыҙҙар егеттәрҙең башын йәки ҡулын бәйләп ултыра, санитаркалар яралыларҙы пальтоға һалып, яу яланынан сығара. Бына шулай мәрәкә уҙҙы “Зарница”.
Бағбоҫтан Хөснөтдин ҡыҙы химия менән биологиянан уҡытты. Шулай уҡ дәрескә теләп йөрөнөк. Уҡытыусыбыҙ таҡтаға ниҙер яҙғанда, сос малайҙар шым ғына дәрестән һыпырта, Бағбоҫтан апайыбыҙ һиҙмәй ҙә ҡала.
Физкультура уҡытыусыһы Ғәни ағай Хужахмәтов сәләмәт тормошҡа әйҙәне. Оло баҫыуҙа саңғыла уҙыштыҡ. Әйткәндәй, районға саңғы ярышына барһаҡ, һәр саҡ беренсе урынды алдыҡ. Ул көслө команда туплауға өлгәште. “Быйыл да үргендәр алдынғылыҡты бирмәҫ инде”, – ти торғайны бүтәндәр.
Тәүге йылдарҙа район үҙәге Иҫәнғолға барырға машина булманы, ә ҡыҙ-егеттәр үҙ-ара һөйләштек тә саңғыла тура сыҡтыҡ та киттек. Беҙ барыуға ярыш башланырға ғына тора, номерҙарҙы тиҙ генә алып, финиш һыҙығына килеп тә баҫтыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, беренсе урын йәнә – үргендәрҙә. Ярыш алдынан ете саҡрым араны үтеү үҙенә күрә күнекмә булған.
VIII класта уҡыған ваҡытта яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлап, йәш уҡытыусы эшкә килде. Нәҡ беҙгә класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Беҙҙең менән тиҙ уртаҡ тел тапты.
Аҙаҡтан класс етәксебеҙ Марат Хәлитов булды. IX кластан һуң Бөрйән районына походҡа юллан­дыҡ, Шүлгәнташҡа Марат Ҡунаҡбай улы бер үҙе алып барҙы. Һәр кем ашарға алды, ҡаҙан, палатканы ла онотманыҡ. Уларҙы алмашлап күтәреп барабыҙ. Мин Фәниә менән гел алдан атланыҡ.
Яҙылмаған бер ҡанун бар ине, кемдер ултыртып ҡалдырған күнәкте йә ҡаҙанды артта ҡалғандар эләктереп ала. Үҙ сиратында, улар, алға сығып, ошо кәрәк-яраҡты ҡалдырып китә. Юлда ниндәйҙер колхоз көтөүен осраттыҡ, оҙаҡ уйламаныҡ, ауыл ҡыҙҙары ни, йәһәт кенә бер һыйырҙы һауып һөтөн эстек. Йомғаҡлап әйткәндә, оҙайлы походтан барыбыҙ ҙа имен-аман тыуған өйҙәребеҙгә ҡайтып еттек.
X класты 1984 йылда туғыҙ егет һәм ун ҡыҙ тамамланыҡ. Мәктәптән айырылыуы үтә лә ҡыйын булды. Алты әхирәт колхозда ҡалдыҡ, таң һарыһынан фермаға һыйыр һауырға йүгерҙек, ә ҡалғандарыбыҙ төрлө яҡҡа таралышты. Бер йыл колхоз һыйырҙарын һауғас, Фәниә менән Баймаҡ техникумына уҡырға юлландыҡ. Бик күп йылдар үткәс, тыуған ауылыма кире ҡайтып төпләндем. Әйткәндәй, алты балам да тыуған ауылымдың мәктәбендә белем алды. Әле ғәзиздәремдең өсәүһе ғаилә ҡороп, ситтә үҙаллы йәшәй.
Беҙҙең Үрген мәктәбен бик күп арҙаҡлы шәхестәр тамамлаған. Араларында ғалимдар, табип, яҙыу­сылар, уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар.


Ейәнсура районы.
Читайте нас