Йәмғиәт
21 Май 2021, 07:19

Яҙҙың 50 миҙгеле

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында йәшәгән Зәйтүнә менән Рәфил Дәүләткилдиндәр бергә тормош ҡороуҙарының 50 йыллығын билдәләне. Бәхетле парҙар өсөн был көн бик әһәмиәтле. Ярты быуатлыҡ ғүмер күҙ асып йомғансы үтеп тә киткән.

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында йәшәгән Зәйтүнә менән Рәфил Дәүләткилдиндәр бергә тормош ҡороуҙарының 50 йыллығын билдәләне. Бәхетле парҙар өсөн был көн бик әһәмиәтле. Ярты быуатлыҡ ғүмер күҙ асып йомғансы үтеп тә киткән.


– Матур ғүмер кисерҙек, – ти ғаилә башлығы Рәфил Дәүләткилдин. – Шулай булмай, йорт һалдыҡ, баҡса үҫтерҙек, балаларҙы уҡыттыҡ, аяҡҡа баҫтырҙыҡ, хәҙер бына ейәндәребеҙгә ҡарап һоҡла­набыҙ.


Рәфил Ғариф улы буласаҡ кәләше менән... автобуста танышҡан. Ҡыҙ ауылға ҡунаҡҡа китеп барған, ә егет ата-әсәһе йәшәгән Аҙнағол ауылына ашыҡҡан икән. Ҡалғаны барыһы ла беҙҙең өсөн яҡшы таныш “Яҙҙың ун ете миҙгеле” фильмындағыса: егет – ҡыҙҙан, ҡыҙ егеттән ҡараштарын алмаған. Һүҙһеҙ ҙә бер-береһен аңлаған йәш йөрәктәр ай ярым ваҡыт үткәндән һуң өйләнешкән.


– Тәүге осрашыуҙан һуң ул минең эргәмә ятаҡҡа килде. Күрше бүлмәлә йәшәгән Рәфилдең һеңлеһе ағаһы тураһында барыһын да теҙеп һөйләгәс, нисек ышанмай­һың? Өҫтәүенә, ағайығыҙ бик сибәр, бөҙрә сәсле, оҙон буйлы егет ине, нисек ҡаршы төшәһең? – тип шаярта Зәйтүнә Ғәзиз ҡыҙы.


Ул саҡта Рәфил Ғариф улы Күмертау предприятие­лары­ның береһендә борт механигы булып эшләй. Ә һөйгәне “Башкируголь” йәмғиәте теплица­һында хеҙмәт итә.
Яҙҙың илле миҙгеле төрлө мәшәҡәттәр менән һиҙҙермәй генә уҙған. Алтын туй – күп йылдар дауамында һалынған хеҙмәттең татлы емеше. Был хәтлем ғүмер эсендә татыу­лыҡ та, аҡыл да, мөхәббәт тә аҙ талап ителмәгәндер бәхет­ле парҙарға. Тормош юбиляр­ҙарын ҡотларға килгән Ермолаевка ауыл биләмәһе хаки­миәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Марина Букреева уларға иң яҡшы теләктә­рен еткерҙе.

Читайте нас