Яңауыл районы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Был төбәкте республикабыҙҙың төньяҡ ҡапҡаһы тип атайҙар, сөнки ул көнбайыштан Удмурт Республикаһы, төньяҡтан Пермь крайы менән сиктәш. Районда 103 ауыл иҫәпләнеп, улар 18 ауыл һәм бер ҡала биләмәһенә берләшә. Быйылғы йылдың мартына ҡарата дөйөм халыҡ иҫәбе 42681 кеше булып, шуның 24742-һе – Яңауыл ҡалаһында, ҡалған 17939-ы ауыл ерендә йәшәй. Яңауыл халҡы башлыса нефть сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында хеҙмәт итә. Был төбәктең тормош-көнкүреше, үҫеше һәм алда торған бурыстары, халыҡтың тын алышы тураһында район хакимиәте башлығы Илшат ВӘЗИҒӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Илшат Әғзәм улы ихлас, асыҡ күңелле әңгәмәсе булараҡ, һөйләшеү эш юҫығы менән генә сикләнмәне.
– Илшат Әғзәм улы, Яңауылға килеп инеү менән бында ярайһы уҡ ҙур төҙөлөштәр, төҙөкләндереү эштәре барыуына шаһит булдыҡ. Һүҙҙе шунан башлайыҡ, булмаһа...
– Эйе, беҙ “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” тип аталған ҙур проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндәбеҙ. Ошо нигеҙҙә ҡаланың тарихи үҙәген төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Проект үҙ эсенә амфитеатр, ҡоро фонтан, балалар майҙансығын, ял итеү биләмәләрен, арт-объекттарҙы, йәшелләндереү эштәрен берләштерә. Һөҙөмтәлә бер һыҙаттағы йәмәғәт биләмәләре вокзал майҙансығы менән берләштерелеп, сауҙа рәттәре урынлашҡан урам менән үҙәктәге Шыршы майҙаны өр-яңы төҫ аласаҡ. Әлеге ваҡытта был майҙандағы төп эштәр тамамланды.
Был башланғысты 2020 йылдан тормошҡа ашырабыҙ, әлегәсә күләмле генә эштәр башҡарылды. Вокзал яны биләмәһендә “Мегаполис” һәм “Ике ауыл” тип аталған арт-объекттар урынлаштырыласаҡ, улар ошо ерлектең асылы һәм тарихы хаҡында һөйләп торасаҡ. Ә инде вокзалға ингән урынды “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” биҙәйәсәк.
Вокзал яны биләмәһе лә күҙгә күренеп үҙгәрә, төҙөкләнә. Әлеге ваҡытта беҙ “Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектының 2022 йылға йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу этабында тауыш биреүҙә ҡатнашабыҙ. Ул ағымдағы йылдың 30 майына тиклем дауам итә. Форсаттан файҙаланып, яҡташтарымды һәм яҙмышы Яңауыл төбәге менән бәйле булғандарҙы тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырам (тауыш биреү өсөн һылтанма:
https://2.gorodsreda.ru/).
– Төҙөкләндереү менән бер рәттән әле ауыл хужалығы өлкәһендә лә эштәр гөрләгән яуаплы мәл. Был йәһәттән хәлдәр нисек?
– Районда 14 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 59 крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлек итә. Быйыл хужалыҡтар сәсеү эштәренә яҡшы әҙерлек менән берҙәм тотондо. “Восток”, “ИТС-Агро”, “Юлдаш”, “Победа”, “Дружба”, “Урада” агрофирмаһы кеүек хужалыҡтарҙың эшсәндәре тураһында тик маҡтау һүҙҙәре әйтеп була. Фермерҙар ҙа тырыша. Мәҫәлән, Иҫке Ҡоҙаштан Фәтхуллиндарҙы билдәләп үтер инем, улар игенселекте фән ҡаҙаныштарына ярашлы ойоштороуы менән күптәргә өлгө булып тора.
Күптән түгел сәсеү эштәре менән танышыу маҡсатында “Восток” хужалығына барып ҡайттым. Эште бик матур ойошторғандар, заманса ауыл хужалығы техникаһын ҡулланыу юғары уңыш үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Эшкәртелгән, еренә еткереп һөрөп сәселгән баҫыуҙарға ҡарап тороу – үҙе бер кинәнес! Машина-трактор паркы янындағы туҡталҡа баҫыу эшсәндәренең шәхси автомобилдәре менән тулы ине. Был да бит халыҡтың етеш, матур тормошо тураһында һөйләй.
Баҫыусылыҡ менән бер рәттән малсылыҡҡа ла тигеҙ иғтибар бүләбеҙ. Барлыҡ хужалыҡтарҙы бергә һанағанда, 12178 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Һөт етештереү буйынса республикала ышаныслы рәүештә тәүге унау иҫәбендә торабыҙ.
– Күптән түгел илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләне. Һеҙҙә лә һәр урындағыса ветерандарға иғтибар һәм хәстәр күрһәтелгәндер...
– Әлбиттә, шулай! Был – беҙҙең иң изге бурыс. Бөгөн Яңауыл районында алты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 79 тол ҡатын, 179 тыл хеҙмәтсәне һәм 2434 һуғыш осоро балаһы иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһен күҙ уңында тоторға, иғтибар-хәстәр менән солғарға, мөмкин булғанса ярҙам итергә тырышабыҙ. Ауылдарҙа ла, ҡаланың үҙендә лә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл һәм обелисктарҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү йәһәтенән даими эш алып барыла. Мәҫәлән, 9 Май байрамы алдынан Ҡарман ауылында шундай һәйкәл төҙөкләндерелгәндән һуң тантаналы шарттарҙа асылды. Бындағы эштәр “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы алып барылды. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында эшләнгән һәйкәл генә түгел, уның эргә-тирәһе лә өр-яңы төҫ алды – ҡоймалар, яҡтыртыу ҡорамалдары, тротуар яңыртылды, шыршы ағастары ултыртылды.
– Йәш быуын менән даими аралашыуығыҙ, уларҙы тыуған төйәгендә ҡалдырыу йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барыуығыҙ хаҡында хәбәрҙарбыҙ...
– Райондың һәм ҡаланың киләсәге – йәштәр ҡулында. Улар, ғөмүмән, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Бына тигән яңы биләмә – Италмас биҫтәһе үҫеп сыҡты. 2010 йылдан алып мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусылары менән уҙғарылған класс сәғәттәрендә шәхсән ҡатнашам. Йәштәрҙең тормошҡа аныҡ маҡсаттар ҡуйыуы, ҡыҙыҡһыныусан холҡо оҡшай. Юғары уҡыу йортон тамамлағандарҙы үҙебеҙгә белгес итеп ҡайтарыу йәһәтенән дә ныҡлы эшләйбеҙ. Әлеге көндә туғыҙ йәш табип ҡайтып, эш башланы.
– Вазифауи бурыстарға ҡағылышлы һөйләшеүҙе йомғаҡлап, бер аҙ шәхсән уй-фекерҙәрегеҙ хаҡында ла белергә ине. Һеҙҙе дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә арыу уҡ йылдар уңышлы эшләгән тәжрибәле етәксе тип беләбеҙ. Район хакимиәте башлығы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Дөрөҫөн әйтәм, хужа булыу, айырыуса тотош район менән етәкселек итеү хаҡында бер ваҡытта ла уйламаным һәм быға ынтылманым да. Шулай ҙа лидерлыҡ сифаттары бала саҡтан булғандыр: яҡшы уҡыным, йәмәғәт тормошонда, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштым. Бөтә ауыл малайҙары кеүек техника янында үҫтем, тракторсы ярҙамсыһы булып, ер һөрҙөм, өлкәнерәк кластарҙа иген иктем. Һөнәрҙе лә ауыл тормошона, техникаға яҡын өлкәгә бәйләп һайланым – Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтының (бөгөн – БДАУ) механика факультетын тамамланым. Хеҙмәт юлымды әрме һурпаһын эсеп, ғаиләле булып, йәғни ярайһы уҡ тормош багажы менән башланым. Чапаев исемендәге колхозда – инженер, унан баш инженер булып тәжрибә тупланым. Механизаторҙарҙы нимәгәлер өйрәтеүҙән бигерәк, улар янында мин үҙем эшкә өйрәндем тип һанайым. Артабан элеватор директоры урынбаҫары булып эшләп алдым. 2001 йылдың көҙөндә, йылытыу миҙгеле башланып ҡына торған яуаплы мәлдә, мине район хакимиәте башлығының урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эшләүемә ноябрь айында 20 йыл була инде. Ул саҡтағы район хакимиәте башлығы Нәзир Заһит улы Зиязовты үҙемдең уҡытыусым тип һанайым. Күп йәһәттән эш нескәлектәренә унан өйрәндем.
Ә инде район хакимиәте башлығы вазифаһына килгәндә, мин, үрҙә әйткәнемсә, етәкселек эшенә һәр ваҡыт тыныс ҡараным, ниндәйҙер урын биләүҙе бер ваҡытта ла тәүмаҡсат итеп ҡуйманым. Һәр эштең дә ыңғай һәм кире яҡтары була. Баштараҡ халыҡтың баһаһына бәйлелек тойғоһо тынғылыҡ бирмәй торғайны: нисек инде ул, эшләйһең-эшләйһең, барыбер риза булмаусылар табыла, тип уйлай инем. Әкренләп, тәжрибә туплап, тәнҡит һәм ризаһыҙлыҡтарҙы дөрөҫ ҡабул итергә, гөлтләп тоҡанып янмайынса, һәр нимәне үҙ яйы менән хәл итергә өйрәнәһең, иң мөһиме – битараф булмаҫҡа һәм мин-минлектән йыраҡ торорға кәрәк.
– Һирәк эләккән ял ваҡытын ғаиләмә, яҡындарыма бағышларға тырышам. Баҡса үҫтереү шөғөлө оҡшай, ихатала үҙ ҡулым менән нимәлер булдырыуҙан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Ҡышҡыһын – саңғыла, йәйгеһен велосипедта йәки йәйәү йөрөргә яратам, был шөғөлдәргә ваҡытты күберәк бүлергә ине лә бит, әлегә килеп сыҡмай.
– Әлбиттә! Тыуып үҫкән еремдең, уның эшсән, тырыш халҡының киләсәге тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Балаларым тормошта үҙ урынын тапты, улар барыһы ла Яңауылда – тыуған төйәгебеҙҙә төпләнде, һәр береһе үҙ икмәген үҙе таба. Был да бәхет, минеңсә. Ошоғаса ҡәҙерле атай-әсәйемдең хәстәрен, йылыһын тойоп йәшәнем, үкенескә ҡаршы, былтыр уларҙың икеһен дә бер-бер артлы юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килде. Әммә тормош дауам итә: шул уҡ 2020 йылда икенсегә ҡартатай-өләсәй булыу бәхетен кисерергә яҙҙы. Кеше ниндәй генә вазифалар биләмәһен, ғаилә ҡиммәттәренең, күңел бөтөнлөгөнөң өҫтөнөрәк булыуын аңларға, булғандың ҡәҙерен белергә тейеш, тип һанайым.
– Йөкмәткеле, ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!