Гөлфинә Вәлиеваға – 24 йәш. Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһе Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында тыуып үҫкән ул.
“Алсаҡлыҡ, һөйкөмлөлөк менән бер рәттән, миңә ҡыйыулыҡ та, көс тә хас. Тәбиғәткә ғашиҡмын, шуға күрә тормошомдо урман хужалығы менән бәйләнем – Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, республиканың Урман хужалығы министрлығында эшләйем. Өс ҡыҙыл диплом эйәһемен.
Мин – MissBashModels агентлығы моделе. Күп кенә матурлыҡ конкурсында ҡатнашам. Быйыл Мәскәүҙә үткән Russian Continental бәйгеһендә 2-се вице-мисс титулына эйә булдым, 2020 йылда Башҡортостандың 4-се вице-һылыуҡайы исемен алдым. Әлеге ваҡытта “МИСС Республика-20/21” матурлыҡ конкурсының финалында үҙемде һынайым.
Буш ваҡытымда волейбол уйнайым, бейейем, хикәйәләр яҙам, телдәр өйрәнәм.
Тормош девизым: бер ҡасан да үкенмәҫкә, үткәндәр менән йәшәмәҫкә, бөгөнгөнөң тәмен, бәхетен тойоп йәшәргә”, – тип яҙа ул.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru 1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.