Кисә Өфөнөң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Беҙҙең заман геройы" IX Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһын тапшырыу сараһы үтте. Премия 2004 йылда ҡала хакимиәте һәм "Вся Уфа" продюсерлыҡ үҙәге тарафынан булдырыла һәм уға төрлө яҡлап изге эштәр башҡарған, бар яҡлап үҙҙәрен герой итеп күрһәткән, спорт рекордтары ҡуйған, яңы асыштар асҡан, төрлө ауырлыҡтарҙы үткәрә алған ябай кешеләр лайыҡ була. "Беҙҙең заман геройы" премияһы хәҙер федераль кимәлгә сыҡты.
Премияны тапшырыу сараһында кешеләрҙең башҡарған яҡшы эштәре һәм ҡылған изге ғәмәлдәре хаҡында һөйләнеләр. Еңеүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы Өфө ҡалаһы башлығы Сергей Греков тәбрикләне.
"Тап бөгөнгө сараның ҡасандыр меценаттар тарафынан төҙөлгән Аксаковтың йортонда үтеүе лә юҡҡа түгел. Меценаттарҙың изге был идеяларын хуплайым һәм ҙур теләк менән "Йыл меценаты" номинацияһын тапшырам", - тине Сергей Греков.
«Йыл меценаты-2021» исеменә быйыл "Роснефть" компанияһының вице-президенты Геннадий Букаев лайыҡ булды. Уларҙың ярҙамы менән Успенский Изге-Георгий монастыры төҙөлгән. Благовещенск районында урынлашҡан был изге урын ысын мәғәнәһендә Башҡортостандың бер ынйыһына әйләнгән.
Бронза статуэтка менән төрлө номинацияларҙа еңеү яулаусылар бүләкләнде. Улар араһында "Йылдың социаль акцияһы", "Ҡыйыу йөрәктәр" һәм башҡа номинациялар бар.
"Бәләкәй кешенең ҙур аҙымы" номинацияһында еңеүселәрҙең барыһы ла - 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм балалар. Уларҙың барыһы ла төрлө телесюжеттарҙа төшкән. Уларға бүләктәрҙе Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова тапшырҙы.