Йәмғиәт
22 Май 2021, 17:30

Тауыш бирергә бер аҙна ваҡыт ҡалды

Берҙәм бушлай телефон һандары: 8-800-600-20-13. Уның менән Рәсәйҙең теләһә ҡайһы мөйөшөндә һәр кем файҙалана ала.

https: //2.gorodsreda.ru порталында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашырға мөмкин. Унда Рәсәйҙең 14 йәштән өлкән һәр гражданы ҡатнаша ала. Ҡағиҙәләр буйынса, тәҡдим ителгән йәмәғәт биләмәләренең береһе йәки һайлап алынған киңлектең дизайн-проекты өсөн тауыш бирергә кәрәк. Иң күп тауыш йыйған биләмә 2022 йылда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереү мөмкинлеген аласаҡ.
Тауыш биреү алымы ябай ойошторолған:
1. za.gorodsreda.ru сайтына инегеҙ.
2. «Тауыш бирергә» тигән төймәгә баҫығыҙ.
3. Тауыш бирәсәк муниципаль берәмекте эҙләп табығыҙ.
Бынан һуң төҙөкләндереләсәк объекттарҙың бөтәһенең исемлеге менән тәҙрә асыласаҡ.
4. Уларҙы өйрәнегеҙ һәм үҙегеҙгә оҡшағаны өсөн тауыш бирегеҙ.
5. Анкета асыла. Бында исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефонығыҙҙы яҙығыҙ. (Һеҙгә бот шылтыратасаҡ. Шул телефон һандарының һуңғы дүртәүһе бирелгән тауыш иҫәпләнһен өсөн махсус тәҙрәгә индереләсәк код буласаҡ).
Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡалдырырға ҡурҡмағыҙ, был ысын кешеләр тауыш бирә, ә тауыштар өҫтәп яҙылмай икәнен белеү өсөн кәрәк. Йәғни, был үҙҙәренең тораҡ пункттарында тап ошо объекттарҙы күрергә теләгән кешеләрҙең аныҡ фекере, тигән һүҙ.
Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь министрлығы тарафынан 19 апрелдән 30 майға тиклем үтәсәк төҙөкләндереү объекттары өсөн электрон рейтинг тауыш биреү һорауҙары буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк «ҡыҙыу бәйләнеш» телефондары ойошторолған. Берҙәм бушлай телефон һандары: 8-800-600-20-13. Уның менән Рәсәйҙең теләһә ҡайһы мөйөшөндә һәр кем файҙалана ала. Кешеләргә платформаның эше, рейтинглы тауыш биреүҙе үткәреү, үҙеңдең ҡалаңдың үҫешенә шәхсән өлөш индереү мөмкинлектәре һәм форматтары тураһында консультациялар күрһәтелә.
Фото house-bash.bashkortostan.ru
Читайте нас