Йәмғиәт
23 Май 2021, 08:00

Наҙымды етемгә бүләк иткән булһам...

Шул көндә тора алманы ла ҡуйҙы, һуңғы йылдарҙа ҡан баҫымы уғата һикергеләп торҙо шул... Табиптар дауаханаға ятырға кәрәк, тигәнде лә тыңламаны бит исмаһам.

“Бәлә уйламағанда килде. Һәүетемсә генә йәшәп яталар ине әле. Көтмәгәндә Әлимәне ҡәһәрле инсульт аяҡтан йыҡты. Былғы яҙ томра эҫе бит. Көнө буйы ҡояш нурҙарынан уттай ҡыҙған ҡаланың таш йорто хатта төнөн дә һыуынманы. Фатирҙары беренсе этажда булып, тәҙрәләрен ағастар ышыҡлап торһа ла, ныҡ тынсыу ине был иртәлә. Шул көндә тора алманы ла ҡуйҙы, һуңғы йылдарҙа ҡан баҫымы уғата һикергеләп торҙо шул... Табиптар дауаханаға ятырға кәрәк, тигәнде лә тыңламаны. Фәһимен яңғыҙын ҡалдырғыһы килмәй ине шул уның.
Ә бына хәҙер үҙе кеше көнлө булды ла ҡалды. Ярай әле һеңлеләре килеп, аш бешереп килтереп торалар, кәрәкле уколын да ҡаҙайҙар, йыуындырып китәләр. Әммә уларҙың да үҙ ғаиләһе, үҙ донъяһы тигәндәй. Нисек йүгереп килеп инәләр, шулай тиҙ-тиләмән сығып та китәләр. Аңлай уларҙы Әлимә, эшләп тә йөрөйҙәр бит. Етмәһә, йәштәре лә бара, арыйҙарҙыр. Еҙнә ҡараһын тип һуң беҙ юҡта, шау ғына килеп йөрөп булмай бит, тип әйткеләгәндәре лә бар. Ә Фәһиме үҙе бала...
Хоҙай бала бағыу бәхете бирмәне Әлимәгә. Ике тапҡыр буйға уҙҙы ул. Беренсеһе тыуғас торманы, икенсеһендә саҡ үҙен ҡотҡарып ҡалдылар. Табиптар йәшәгең килһә, башҡа балаға уҙма, тип ҡәтғи әйткәс, төңөлдө. Бар хистәрен, наҙын иренә, Фәһименә, бирҙе. Бала бушлығын ире яуланы.
Юғын бар итте, фатирын да йүнләне, аҡсаһын да тапты Әлимә. Тегенеһенә лә был тормош оҡшай ине, етмәһә, Әлимәнән кесерәк тә булғас, тамам ошо тормошҡа яраҡлашып алды. Рәхәт тә инде бер нәмәгә ҡайғыраһы түгел, ҡатыны тапҡан, бешергән-төшөргән, йыуған үтекләгән, кейҙергән. Эштән ҡайтып диванға йәйелеп ятыуҙан башҡаны белмәне. Тора бара эшһеҙлектән һыра һемерергә әүәҫләнеп алды...
Хәҙер килеп, тормош бындай боролош алғас, шаңҡып ҡалды ир. Әлимәһенең берәй ваҡыт ауырып китеүе бар, тигән уй башына бер ваҡытта ла килгәне булманы. Һыра шауҡымынанмы, бәхетем булманы инде минең, тип илап ултырыуҙан башҡаны белмәне. Магазиндан колбаса кеүек шаҡы-шоҡо алып ҡайтып ашап, һыраһын эсеп йоҡлауҙары йышайҙы. Ҡайһы бер көндәрҙә һыуытҡысҡа туғандары бешереп ҡуйып киткәнде лә йылытып бирмәне...
Аяҡтан йығылғас, бер сынаяҡ сәйгә зар булып ултырған сағында үткән ғүмерен күҙ алдынан үткәрә Әлимә. Ирҙәргә һау ҡатындар ғына кәрәк тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең. Ни эшләп кенә, балаң булмай тигәстәре, сабыйҙар йортонан берәй ҡыҙ балаға әсә бәхете бүләк итмәнем икән, тип күҙ йәштәренә төйөлә ул.
Эх, яҙмыш, әсе лә була ҡайһы саҡ, Ер шарын кирегә әйләндереп булмай шул, ни тиклем генә үкенесле булмаһын”.
(Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡатын яҙмышы).
Читайте нас