Һәр егет алдан уҡ үҙен хәрби хеҙмәткә әҙерләргә тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы, 19 – 22 майҙа Борай районының Х класс егеттәре өсөн дүрт көнлөк хәрби йыйын ойошторолдо.
Бындай йыйындарҙың төп маҡсаты – алынған белемде ғәмәлдә ҡулланыу: күнекмәләр барышында физик һәм психологик сифаттар һынала, ватансылыҡ тәрбиәләнә, хәрби хеҙмәткә бәйле ҡануниәт өйрәнелә, граждандар оборонаһы өлкәһендә оҫталыҡ туплана, атыу ҡоралының төҙөлөшө, уның менән хәүефһеҙ эш итеү ҡағиҙәләре үҙләштерелә, хәрби һөнәрҙәр буйынса йүнәлеш бирелә.
“Дүрт көнгә әрме тормошона йәлеп ителгән егеттәр ысын ир-егеттәр мәктәбендә үҙҙәрен һынап ҡараны. Бында хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен өйрәтеп кенә ҡалманылар, тәртипкә, сабырлыҡҡа, ярҙамсыллыҡҡа, ауыр хәлдә юғалып ҡалмаҫҡа, үҙаллы ҡарар ҡабул итергә өйрәттеләр”, – тине йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Радик Әйүпов.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/100688