Башҡортостандағы 12 биләмә бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыуға иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүгә дәғүә итә. Улар – Ағиҙел, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Яңауыл, Туймазы, Стәрлетамаҡ (тарихи өлөшө) ҡалалары, шулай уҡ тарихи биләмәләр тип танылған Верхотор һәм Кушнаренко ауылдары.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы уҙғарылған конкурс шарттары буйынса унда 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән федераль, төбәк тарихи биләмәләре һәм ҡалалар ҡатнаша ала. Быйылдан махсус комиссия әүәлгесә 80 түгел, ә 160 еңеүсене билдәләй. Конкурстың премия фонды икеләтә арттырылған – биш миллиард һумдан 10 миллиард һумға тиклем. Еңеүселәр уңайлы йәмәғәт киңлектәре булдырыу проектын тормошҡа ашырыуға 30-100 миллион һумлыҡ грант ала.
Кушнаренко ауылы конкурсҡа Топорниндар усадьбаһы тирәләй биләмәне төҙөкләндереү проектын тәҡдим итә. Был мәҙәни мираҫ объекты эргәһендә саралар майҙансығын булдырыу, ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү урындарын, уйын майҙансығын, башҡа зоналар асыу күҙаллана.
Бәләбәй конкурсҡа икенсе тапҡыр ғариза бирә. “Төрмә замогы кварталы” концепцияһы боронғо үҙәкте һәм уның биләмәһен төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Бөтә Рәсәй конкурсында 2019 йылдан ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә 16 ҡала һәм тарихи биләмә унда еңеү яулаған. Бөрөлә, Бәләбәйҙә һәм Ишембайҙа проекттарҙы тормошҡа ашырыу тамамланған. Ағиҙелдә, Мәләүездә, Дүртөйлөлә, Яңауылда, Никло-Березовкала эште быйыл аҙағына еткереү планлаштырыла.
Былтыр конкурста еңеп сыҡҡан “Ағиҙел тулҡындары” проектында йәйәүлеләр киңлектәренең өҙлөкһөҙ селтәрен булдырыуға ҙур иғтибар бирелә. Яңауылдағы “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” проекты йәмәғәт биләмәләренең берҙәм системаһын ойоштороуҙы күҙаллай. Ә Николо-Березовканың “Өфгә ҡайтыу” тарихи ансамбле проекты Башҡортостан, Удмуртстан, Пермь крайы һәм Татарстан сигендә урынлашҡан биләмәнең бай туристик ҡеүәтен үҫтереүгә йүнәлтелә.
Әйткәндәй, конкурсҡа ғаризалар 31 майға тиклем ҡабул ителә, йомғаҡ 1 сентябргә тиклем яһала.
Фото: https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/369656/