Бөгөн, 25 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Ҡала төҙөү советы ултырышын үткәрҙе, унда Өфөнөң үҫеш мәсьәләләре ҡаралды.
Демографик күҙаллауҙарға ярашлы, 2040 йылға тиклем Өфө халҡы күҙгә күренеп артасаҡ. Ошоға бәйле агломерация үҫешен синхронлаштырырға һәм уны яңы киләсәккә яраҡлаштырырға ла кәрәк. Мәскәүҙең генераль план институты белгестәре әҙерләгән Өфөнөң генераль планы проектын баш ҡала хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова тәҡдим итте. Быйыл июль айында документты йәмәғәт фекер алышыуына сығарасаҡтар, әлегә ул кәрәкле инстанцияларҙа тикшереү үтә. 1996 йылда эшләнгән ғәмәлдәге генплан иҫкергән һәм заман талаптарына яуап бирмәй.
2040 йылға тиклем иҫәпләнгән яңы генераль пландың бюджеты яҡынса ике триллион һум тәшкил итәсәк. Төп баҫым инфаструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән. Проект яңы биләмәләрҙе төҙөүҙе күҙ уңында тота. Тәү сиратта Ағиҙел аръяғы һәм Ҡариҙел аръяғы, ун күпер, 117 мең урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлөр тип көтөлә.
– Өфө халҡының артыуы демография иҫәбенә генә булмаҫ икәнлеген аңларға кәрәк. Күпләп төҙөү миграцияны арттырасаҡ һәм беҙгә мотлаҡ был мәктәптәр кәрәк буласаҡ., – тине Радий Хәбиров.
Ольга Сарапулова белдереүенсә, яңы мәктәп төҙөү менән бер рәттән, булғандары ла төҙөкләндереләсәк. Шул уҡ ваҡытта шәхси белем биреү учреждениелары һалырға әҙер инвесторҙар ҙа бар.
Генплан Өфөнөң быға тиклем дә әүҙем үҫешкән биләмәләре – Черниковка, Йәшел сауҡалыҡ, Октябрь проспекты һәм башҡа райондарҙың артабан да үҫерен күҙаллай. Дим менән Затон киңәйеү өсөн резерв киңлек булып ҡаласаҡ, тик бында иң мөһиме - транспорт йөрөүен еңелләштереү, яңы эш урындары булдырыу. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Өфө үҫеше программаһында дөрөҫ алымдар ҡуйыу мотлаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.