Йәмғиәт
25 Май 2021, 06:41

Коронавирус, имтихандар, сәсеү, реклама...

Был аҙнала республикала ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Уларҙың барыһы ла һәр ваҡыттағыса Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелә. Сәсеү, мәктәпте тамамлағандарҙың имтихан тапшырыуы, коронавирус, сәләмәтлек, иҡтисад – береһе лә ситтә ҡалманы.


Вакцинацияһыҙ еңеп булмай


Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын 89 кеше йоҡторған. Дөйөм алғанда, республикала был диагноз 37574 кешегә ҡуйылды. Был турала вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Сирлеләрҙең күпселегенең хәле һәйбәт, улар амбулатор дауа ала. 141 пациент дауаханаларҙа ята, һигеҙ кешенең хәле ауыр. Тәүлек эсендә 95 кеше һауыҡҡан, дөйөм алғанда, сирлеләрҙең 94 проценты шәбәйгән.
Башҡортостанда йоғошло сирҙәр менән ауырығандар өсөн 1527 урын бар, уларҙың 69 проценты биләнгән. Максим Забелин белдереүенсә, дарыуҙар, кислород, шәхси һаҡланыу саралары етерлек кимәлдә.
– Вакцинацияға килгәндә, бөгөнгә республикаға 386374 доза прививка ҡайтарылған. Тулыһынса вакцинацияны 254 мең кеше үткән, беренсе компонентын 339181 кеше яһатҡан. Ял көндәрендә 12148 кеше прививка һалдырған. Хәҙер республикала өс төрлө вакцина ла бар, – тине Максим Забелин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, коронавирусты туҡтатыуҙың берҙән-бер мөмкин булған юлы – вакцинация.

– Был – беҙҙең замандың иң мөһим бурысы. Беҙ бөгөнгө кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтары менән ҡала һәм райондарҙа вакцинация барышын тикшерергә тейеш инек. Тик Александр Сидякиндың кәңәшмәлә булмауы сәбәпле, һөйләшеүҙе башҡа ваҡытҡа күсерәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
“Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак хәүефле яңылыҡ еткерҙе. Башҡортостанға ҡурҡыныс сир – малярия килгән.

Сирләп киткән ир Африка иленән ҡайтҡан.
– Диагноз Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында раҫланған. Пациент әле дауалана, хәле тотороҡло, – тине Анна Казак.

Был сир Башҡортостанға сит илдәрҙән, башлыса Африканан килә. Ул серәкәйҙән йоға һәм үлем хәүефе бар. Мәҫәлән, әле яңы ғына, март айында, бер яҡташыбыҙ тропик маляриянан вафат булғайны. Уның сирҙе Занзибарҙан алып ҡайтҡаны билдәле.
2019 –2020 йылдарҙа республикала малярия осрағы теркәлмәне, ә 2018 йылда ике осраҡ булды. Ул саҡта сир Һиндостан менән Нигериянан килгәйне.


Эҫелек тә зыянға


Башҡортостанда яҙғы сәсеү тамамланыу этабына сыҡты. 22 майға ҡарата республика буйынса майҙандарҙың 95 процентында эштәр тамамланған. Был турала вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Сәбәбе – аномаль эҫелек. Ул ужым һәм яҙғы культураларға кире йоғонто яһай. Сүп-сар әүҙем үҫә, ҡоротҡостар күп. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быларҙың киләсәк иген уңышында насар сағылыш табыуы бар, уның күләме планлаштырылғандан әҙерәк булыуы ихтимал.
Ауыл хужалығы эшсәндәре ике-өс көндән һауа температураһы һалҡынайыр һәм киләһе аҙнанан ямғырҙар башланыр тип өмөтләнә.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дым китте, атмосфера ҡоролоғо күҙәтелә. Тик беҙ ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә алмайбыҙ, сөнки бындай эҫелеккә ҡарамай, үҫентеләр күпләп һәләк булманы. Климат шарттарына ярашлы, сәсеүлектәрҙе сүп-сар үләненән һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртеүҙе әүҙемләштерергә тәҡдим итәбеҙ. Был эштәрҙе төндә башҡарыу кәрәк. Киләсәк уңышты һаҡлау өсөн антистресс препараттар файҙаланып, үҫентеләрҙең япраҡтарын эшкәртергә тәҡдим итәбеҙ, – тине Илшат Фәзрахманов.
Сәсеү эштәре тамамлана, 1 миллион 914 мең гектар ерҙә орлоҡ сәселгән. Был – дөйөм майҙандарҙың 95 проценты. Уның 1 миллион 286 мең гектары – иген һәм ҡуҙаҡлы иген, 335 мең гектары – майлы культуралар, 36 мең гектары – шәкәр сөгөлдөрө, 182 мең гектары – мал аҙығы үләндәре.
Үткән аҙнала ауыл хужалығы эшсәндәре иң һуңғы булып сәселә торған культура – ҡарабойҙай ултырта башлаған. 22 майға ҡарата ул 15 мең гектарҙа сәселгән, был – пландың 27 проценты.
Майға хас булмаған тағы бер эш – мал аҙығы әҙерләү башлана. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, үлән сабыу был аҙнала уҡ башланасаҡ.

– Хакимиәт башлыҡтарынан техниканы әҙерләүҙе һәм ойоштороу мәсьәләләрен контролгә алыуҙы һорайбыҙ. Дөйөм алғанда, тармаҡта хәлдәр көсөргәнешле. Хәл барышы буйынса эшмәкәрлекте үҙгәртәсәкбеҙ, һауа торошона ҡараясаҡбыҙ, – тине Илшат Фәзрахманов.


БДИ-нан баш тартҡандар ҙа бар


Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыуҙа ниндәй үҙенсәлектәр бар? Был турала һуңғы яңылыҡтар менән республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин таныштырҙы.
Быйыл 19 меңдән ашыу кеше урта дөйөм белем биреү программаһы буйынса имтихандар тапшырасаҡ. Был – 11-се класты тамамлағандар, уҙған йылдарҙа уҡып бөткәндәр һәм колледж студенттары. Берҙәм дәүләт имтиханын 17690 кеше тапшырасаҡ. Һайлап алынған иң популяр предмет булып профилле математика тора. Уны 11 меңдән ашыу кеше һайлаған. Йәмғиәтте өйрәнеү фәнен – 6920, физиканы – 4467, биологияны – 3991, информатиканы 3724 уҡыусы тапшырасаҡ.
Башҡортостанда 1302 бала быйыл БДИ тапшырыуҙан баш тартҡан. Улар – юғары уҡыу йорттарына барырға теләмәгән сығарылыш уҡыусылары. Урта дөйөм белем тураһындағы аттестат алыу өсөн уларға математика менән рус теленән дәүләт сығарылыш имтихандарын тапшырыу ҙа етә.

Дәүләт сығарылыш имтихандарын тапшырыу өсөн 164 пункт әҙерләнгән. Шул иҫәптән 100-ө мәктәптәрҙә, икәүһе һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәптәрҙә, 12-һе холоҡ төҙәтеү колониялары нигеҙендәге белем усағында. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн 50 пункт өйҙә ойоштороласаҡ.
Айбулат Хажин белдереүенсә, 9-сы класты тамамлағандарға аттестат алыу өсөн ике мотлаҡ предмет – рус теле һәм математиканан төп дәүләт имтиханын тапшырыу етә. Уҡыу предметтары буйлап һайлап тапшырылған имтихандар быйыл юҡ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн имтихан теләктәре буйынса бер генә предметтан үткәрелә ала. Туғыҙынсы класты тамамлап, дәүләт имтихандарында 41279 кеше ҡатнашасаҡ. Бының өсөн 308 пункт әҙерләнгән.
Республикала имтихандарҙы үткәреү өсөн өс ситуация үҙәге ойошторолған, унда йөҙҙән ашыу кеше эшләйәсәк. “СМОТРИЕГЭ” порталында 300 самаһы йәмәғәт онлайн-күҙәтеүсе уҡытылған. Бынан тыш, быйыл 1489 йәмәғәт күҙәтеүсеһе аккредитация үткән, 70 вуз студенты федераль йәмәғәт күҙәтеүсеһе итеп тәғәйенләнгән.
– Быйылғы йылдың тағы бер яңылығы – информатиканы һайлағандар имтиханды компьютерҙа тапшырасаҡ. 2020 йылға тиклем был эштәр ҡағыҙҙа башҡарыла ине. Хәҙер компьютерҙа тапшырыу уңышлыраҡ һәм яҡшыраҡ тип табылды. Республикала был имтиханды тапшырыу өсөн күнекмә имтихандар үткәрелде, техник әҙерлек тикшерелде. Республика сараға әҙер, – тине Айбулат Хажин.
Быйыл 9-сы һәм 11-се класты тамамла­ғандарҙың имтихандары һөҙөмтәләре менән танышыу өсөн ике республика мәғлүмәт сервисы ла эшен дауам итәсәк. Уның ярҙамында сығарылыш класс уҡыусылары үҙ эштәренең өлгөләрен күрәсәк.
Дөйөм алғанда, республика имтихандар үткәрергә әҙер. Уҡыусыларға уңыштар һәм яҡшы билдәләр теләйбеҙ!


Һин әҙерме?


Башҡортостанда “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексын үҫтереү өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмә әҙерләргә ҡушты. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Был темаға арналған доклад менән республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, 2024 йылға тиклем ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡтар бөтә муниципалитеттарҙа ла барлыҡҡа килергә тейеш. Бының өсөн төбәк бюджетынан 21,7 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән.
– 63 муниципалитеттың һәр береһе өсөн 69 мобиль спорт ҡорамалдары һатып алынған, уның дөйөм суммаһы 21,7 миллион һум (һәр береһенә 315 мең һум тура килә), – тине ул.
ГТО комплексының электрон базаһында бөгөнгә ҡарата 515 мең Башҡортостан кешеһе теркәлгән. Йыл аҙағына тиклем министрлыҡ был һанды 550 меңгә тиклем еткерергә планлаштыра.
Республиканың ҡала һәм райондарында әле 68 тест үтеү үҙәге эшләй. Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында улар икешәр.
Комплекс 6 – 70 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге кешеләрҙән 11 йәш төркөмө буйынса спорт нормативтарын ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. ГТО комплексы нормативтарын тапшырырға теләһәгеҙ, www.gto.ru сайтында теркәлергә, медицина рөхсәте алырға һәм тест үҙәгендә һынау үтергә кәрәк. Аҙаҡ тантаналы шарттарҙа отличие билдәһе тапшырыласаҡ.


Тышҡы реклама – килем сығанағы


Оператив кәңәшмәлә тышҡы реклама темаһына ла һөйләшеү булды. Төп доклад менән матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев сығыш яһаны.
2020 йылда реклама тармағы ҙур ғына зыян күрҙе. Тик эшлекле йәмәғәтселек менән берлектәге эшмәкәрлек һәм дәүләт ярҙамы арҡаһында киҫкен урындар бер ни тиклем йомшартылды. Былтыр агентлыҡ муниципалитеттар менән берлектә методик базаны нығытһа, быйыл иһә иҡтисадтың тергеҙелеүе менән бергә реклама баҙарының да үҫеше көтөлә.
Максим Ульчев белдереүенсә, Башҡорт­остандың район һәм ҡалалары реклама өсөн электрон сауҙа иҫәбенә килемде арттыра ала. Тик әле һаман күп муниципалитеттар сауҙаны конкурс формаһында һәм осрашып үткәрә. Агентлыҡ етәксеһе электрон сауҙаның ыңғай һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
– Бына миҫалға Октябрьский ҡалаһы. 2019 йылда улар конкурс булараҡ сауҙа үткәргән. Бер реклама урыны өсөн хаҡ 123 мең һумдан биш процентҡа үҫкән һәм 129,2 мең һум тәшкил иткән. Ә 2021 йылда улар электрон аукционға күсте. Шул уҡ реклама урындары өсөн дәғүәле көрәштә, тәүге 119 мең һумдан хаҡтар 75 процентҡа артҡан һәм 208,3 мең һумға тиклем барып еткән. Был бер генә миҫал, – тине ул.
Дөйөм алғанда, рекламанан муниципалитет бюджеттарына килгән килем динамикаһы ыңғай. 2019 йылда – 121 миллион һум, 2020 йылда – 139 миллион һум. Ә быйыл, электрон сауҙаға күсеп, тышҡы реклама хаҡтары ике тапҡырға артыр һәм йылына 250 миллион һум тәшкил итер тип көтөлә.
Бөгөнгә ҡарата Октябрьский ҡалаһынан тыш Архангел, Асҡын, Миәкә, Ишембай райондарында сауҙа үткәреү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелгән дә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире динамика ла бар. Был – Өфө.
– Хакимиәт башлыҡтары шуға иғтибар итһен: электрон аукцион үткәреүгә күскән саҡта муниципалитет хакимиәттәре үҙҙәренең тышҡы реклама конструкцияларын файҙаланыу тураһын­дағы ҡарарҙары йәки ҡағиҙәләренә тейешле үҙгәрештәр индерергә бурыслы. Электрон сауҙаға күсеү – дәғүәле мөхитте яҡшыртыу һәм муниципаль бюджетҡа килемде арттырыу нигеҙе, – тине Максим Ульчев.
Радий Хәбиров был идеяны хупланы. Ул хакимиәт башлыҡтары менән уҡыу ойошторорға һәм унда Максим Ульчевтың сығышын тыңлатырға ҡушты.
– Быйыл был мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Башлыҡтар аҡса сығанағының ҡайҙа икәнлеген белһен, аңлатығыҙ. Алыҫ ауыллы райондарҙа был бик яҡшы эшләмәһә лә, ҡалалар уны тулы кимәлдә файҙаланһын. Октябрьский өлгөһөн өйрәнегеҙ. Аҡса бик ҙур булмаһа ла, ул кәрәк ерҙә тотоноласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Максим Ульчев эштәренең тағы бер йүнәлеше – социаль реклама тураһында ла һөйләне. Былтыр агентлыҡ социаль әһәмиәтле мәғлүмәт кампанияларын тормошҡа ашырған. Улар араһында “Рәхмәт, табип”, коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү, Еңеүҙең 75 йыллығы, тыуымды арттырыу (демография), халыҡ-ара ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә һәм башҡалар бар. Шулай уҡ һыу инеү урындарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса ла эштәр урынлаштырылды.

Читайте нас