Йәмғиәт
25 Май 2021, 06:36

Мәскәүгә лә барып етербеҙ әле!

Өфөлә Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы үтте.

Ике көн дауам иткән сара бөтә республиканан эшмәкәр, алдынғы, бәхет серен белгән гүзәл заттарҙы бергә йыйҙы. Ҡунаҡтар араһында ил күләмендә билдәле шәхестәр – Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин бар ине.


Белеүебеҙсә, был мәрхәмәтлек проекты республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбированың авторлығында башланғыс алды һәм үҙенсәлекле ижтимағи хәрәкәткә әйләнде. Быйыл августа проекттың башланыуына ике йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” академияһы республиканың 14 ҡала һәм районында булып өлгөргән.
– Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, һәр ваҡыт йылылыҡ, йәм, йылмайыу өләшергә тейешбеҙ, ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенән ирҙәребеҙ, балаларыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ, яҡындарыбыҙ ыңғай кәйеф, көс-ҡеүәт алһын. Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бихисап ойошмалары уңышлы эшләп килә, әммә бығаса уларҙы берләштергән, ҡаҙаныштары һәм тәжрибәһе менән бүлешергә мөмкинлек биргән биләмә булманы. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” быны эшләй алды. Беҙ үҙең, һәләттәрең тураһында һөйләү, шәхси һәм ғаиләңдең тормошон үҙгәртергә булышлыҡ итеү мөмкинлеге бирәбеҙ, – тине, сараны асып, проекттың авторы Каринэ Хәбирова.
Артабан һүҙҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алды. Ул “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең бөтә командаһына ҙур рәхмәт белдереп, уның эшмәкәрлеге хаҡында тик ыңғай фекерҙәр генә ишетеүе, был башланғыстың файҙалы һәм кәрәкле булыуын билдәләне.
– Беҙҙең Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары власть органдарындағы етәксе вазифаларға бик әүҙем эшкә килә. Шул уҡ ваҡытта дөрөҫөн әйтәм: ҡатын-ҡыҙ сәйәсмәндәр менән уртаҡ фекергә килеү ауыр. Был шулай булырға тейеш тә. Тимәк, идара итеү барышында ҡарарҙар ҡабул итеү һәм уларҙың ғәмәлгә ашырылыуын контролдә тотоу максималь рәүештә юғары талаптар менән ойошторола, сөнки етәксе ҡатын-ҡыҙҙар чиновник булараҡ ҡына түгел, әсә булараҡ та фекер йөрөтә. Йәмғиәтебеҙҙә әкренләп ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла күберәк булырға тейешлеген аңлау барлыҡҡа килә, был – бик яҡшы.
Беҙгә, ир-егеттәргә, һеҙҙең бәхеттең бер өлөшө генә һәм йылмайыуҙарығыҙ эләкһә – шул етә. Ә беҙҙең бурыс – бөтә Башҡортостан биләмәһен ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе итеү, – тине республика Башлығы үҙ сығышында.
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ихлас сәләмен еткереп, уның “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” академияһы алып барған эшмәкәрлеккә юғары баһа биреүе хаҡында әйтеп үтте. Шулай уҡ Лилиә Салауат ҡыҙы ҡатын-ҡыҙ бәхетенең шәхси үҫеш, ғаилә, йәмғиәт, тотош кешелек өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур ҡиммәт булыуын билдәләп, ошо хаҡта күңелгә үтеп инерлек шиғыр юлдары бүләк итте.
Мәрхәмәтлек проектының авторы Каринэ Хәбирова сара барышында журналистар менән осрашып, беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе.

– Сараның форматы бик ҙур, ҡатнашыусылар күп, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтар бар. Беҙҙең команда “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”ндә барыһына ла уңайлы һәм яҡшы булһын өсөн бөтәһен дә эшләй.
Әлеге ваҡытта “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”н төрлө төбәктәрҙә үткәреүгә бәйле бихисап һорау-теләктәр бар. Әгәр проект кешеләргә кәрәк, ҡыҙыҡлы икән, ул йәшәргә, дауам ителергә тейеш. Хатта Мәскәүҙә үткәреүебеҙҙе һорап мөрәжәғәт иттеләр. Килеп сығырмы-юҡмы, әлегә аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә тырышасаҡбыҙ, – тине Каринэ Владимировна журналистар менән осрашыу барышында.

Читайте нас