Йәмғиәт
25 Май 2021, 11:45

“Тоталь диктант” фонды Башҡортостанда грамоталылыҡ үҙәктәре аса

Бында мәктәп уҡыусыларына имтихандарға әҙерләнергә, рус теленә арналған заманса китаптар аша файҙалы мәғлүмәттәр алырға мөмкин.

“Тоталь диктант” фонды “Грамоталылыҡ китапханаһы” тип аталған мәғрифәтселек проектын башланы. Йыл аҙағына тиклем уға Рәсәйҙең 13 төбәгенән 55 китапхана ҡушылыр, тип күҙаллана. Проект Президент гранттары фонды һәм “Тоталь диктант” фонды партнерҙары булышлығында бойомға ашырыла. Майҙа проектҡа ярашлы үҙәктәр беҙҙең республикала асылырға тейеш. Бында мәктәп уҡыусыларына имтихандарға әҙерләнергә, рус теленә арналған заманса китаптар аша файҙалы мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Республикалағы рус теле менән ҡыҙыҡһынған, уның буйынса белемен арттырырға теләгән һәр кеше заманса сифатлы баҫмаларҙы ҡуллана ала.
27 майҙа, Бөтә Рәсәй китапханалар көнөндә, Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһында грамоталылыҡ үҙәген тантаналы асыу, проект менән таныштырыу ойошторола. Сарала республика Хөкүмәте вәкилдәре, “Тоталь диктант” фонды директоры, РФ Президенты янындағы Рус теле буйынса совет ағзаһы Ольга Ребковец, Тоталь диктанттың Филология советы рәйесе, “Грамота.ру” порталының баш мөхәррире, Рәсәй Фәндәр академияһының Виноградов исемендәге рус теле институтының ғилми хеҙмәткәре, шулай уҡ РФ Президенты ҡарамағындағы алда аталған совет ағзаһы Владимир Пахомов, грамоталылыҡ буйынса үҙәктәр асыла торған китапханалар директорҙары ҡатнаша.
Проект маҡсаттарының береһе – мөмкин тиклем күберәк кешене лингвистиканы популярлаштырыуҙың заманса алымдары менән таныштырыу. Интернетта рус теленә арналған бихисап ресурстар табырға була, бындай аккаунттарға меңәрләгән кеше яҙыла. Сифатлы, дөрөҫ мәғлүмәтте ялғанынан нисек айырырға – В.Пахомов шул турала һөйләйәсәк. Уның лекцияһы рус теле менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн ҡыҙыҡлы булырға мөмкин.
Үҙәктәрҙе асыу, лекциялар уҡыуҙан тыш, “Тоталь диктант” вәкилдәре Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә оҫталыҡ дәрестәре лә бирергә иҫәп тота.
“Грамоталылыҡ китапханалары” проектына ярашлы белемлелек үҙәктәре БР Милли китапханаһында, Белорет ҡалаһының үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән моделле китапханаһында асыла. Проектта ҡатнашҡан бөтә китапханалар ҙа тел ғилеме, һөйләү мәҙәниәте буйынса китаптар, рус теле буйынса энциклопедия, белешмәләр алды.
Мәғлүмәт сығанағы: kulturarb.ru
Читайте нас