17 майҙа республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында Башҡортостан Башлығы гранттарына конкурсҡа ғаризалар ҡабул итә башланы.
Фонд директоры Люциә Юлыева “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткәрелгән осрашыуҙа белдереүенсә, республиканың гражданлыҡ институттары үҫешендә ҡатнашҡан һәм социаль тәғәйенләнешле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар туғыҙ йүнәлеш буйынса конкурсҡа заявка бирә ала.
*социаль хеҙмәтләндереү, айырым категория граждандарҙы яҡлау;
*ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү,
*граждандар хоҡуҡтарын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарына ярҙам итеү;
*сәләмәтлекте һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, физик культура һәм спорт;
*тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәшәүгә уңайлы мөхит булдырыу, хайуандарҙы яҡлау, милләт-ара, дин-ара килешеүҙе булдырыу;
*мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау.
Конкурстың бюджеты – 164850668 һум. Ғаризаны grant.bashkortostan.ru сайты аша 15 июнгә тиклем тапшырырға кәрәк.
Гранттарҙы биреү тәртибе үҙгәргән. Ғаризаларҙы тапшырыу ваҡыты 20-нән 30 көнгә тиклем артҡан. Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итеү өсөн телефон: 8-903-311-69-37 (проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм булышлыҡ итеү бүлеге), 8-967-453-92-72 (финанс-ойоштороу бүлеге).