Йәмғиәт
26 Май 2021, 12:30

Августа яңы сквер асыла

Күптән түгел подряд ойошмаһы эшкә тотондо.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында тиҙҙән йәнә бер ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Йәмәғәт биләмәһе Өфөнөң Рихард Зорге урамындағы 44-се йорт янында асыла. Күптән түгел подряд ойошмаһы эшкә тотондо.
Сквер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проектына ярашлы яңыртыла. Бында демонтаж һәм ер эштәрен башҡарыу, йәйәүлеләр өсөн юл, тротуарҙар һалыу, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйыу күҙаллана. Бынан тыш, биләмәне йәшелләндереү, ағастар, ҡыуаҡтар ултыртыу планлаштырыла.
Әле әҙерлек эштәре бара. Подряд ойошмаһы кабель һалыу, яҡтыртҡыс бағаналары ултыртыу, материалдар ташыу менән мәшғүл. Ошо арала ҡырсын, ҡом, ваҡ таш, цемент, геотекстиль килтерәләр.
Муниципаль килешеү буйынса эш быйыл 1 авгусҡа тамамланырға тейеш.
Фото: https://ufacity.info/press/news/408308.html
Читайте нас