Бөгөн республикала ирекмәндәр ике егетте эҙләүҙәре хаҡында хәбәр итте.
“Лиза Алерт. Башҡортостан” төркөмө хәбәр итеүенсә, 24 майҙа 20 йәшлек Артем Сычев һәм 17 йәшлек Вадим Кондрашин ғәйеп булған.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, улар Учалы районының Мансур ауылынан, көмөш төҫтәге “ВАЗ-2110” автомобиленә ултырып сығып киткән.
Ошонан һуң егеттәрҙе береһе лә күргәне юҡ. Был икәү бер-береһенә кем булып тура килә – билдәһеҙ.
Шулай уҡ, бәғзе сығанаҡтар Сычев медицина ярҙамына мохтаж тип хәбәр итә.
Уның буйы 195 сантиметр, мыҡты кәүҙәле, көрән сәсле, һоро-йәшел күҙле. Аҡ футболка, ҡыҙыл-һары пальмалы ҡара шорты, күк кроссовки кейгән булған.
Бәлиғ булмаған Вадимдың билдәләре: буйы 175 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡара-көрән сәсле, көрән күҙле. Ҡыҙыл олимпийка, ҡара футболка, ҡара спорт трикоһы, ҡара кроссовки һәм бейсболка кейгән.
Әгәр ошо егеттәр һеҙгә таныш тойолһа, уларҙы күрһәгеҙ, зинһар, түбәндәге телефондар буйынса хәбәр итегеҙ:
8-800-700-54-52 йәки 112.
Фото: “Лиза Алерт. Башҡортостан” төркөмө