Йәмғиәт
26 Май 2021, 13:00

Билдәле яҡташыбыҙҙың шәжәрәһе төҙөлдө

Быйыл шәйех Баязит Хәйруллиндың тыуыуына 150 йыл тула.

Быйыл шәйех Баязит Хәйруллиндың тыуыуына 150 йыл тула.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында билдәле башҡорт дини эшмәкәре, Баязит шәйех Хәйруллиндың шәжәрәһен презентацияланы. Сарала ҡоролтай вәкилдәре, Башҡортостандағы Дағстан диаспораһы етәксеһе Махомедхабиб Султанмагомедов, шәйехтең ауылдашы Рифҡәт Шәйҙуллин һәм туғаны Ғафуан Хәйруллин ҡатнашты.
Баязит Хәйруллин – сығышы менән Башҡортостандан, Нуриман районының Яңы Күл ауылынан. Ул мосолман донъяһында киң танылыу алған, әүлиәлек, күрәҙәселек серҙәренә эйә булған, ауырыуҙарҙы дауалау серҙәрен яҡшы белгән.
Аҫаба башҡорт Хәйрулла Мөхәмәтсадиҡ улының өлкән улы Баязит ун йәшендә донъя күреү, белем алыу ниәте менән, атаһының фатихаһын алып, тыуған йортонан сығып китә. Туғандары оҙаҡ ҡына уның артабанғы яҙмышы хаҡында хәбәрҙар булмай. Яҙмыш елдәре билдәле дин әһелен Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһына илтә. Ул арҙаҡлы Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә күсер булып эшкә урынлаша. Зәйнулла Рәсүлев зирәк егетте үҙ ҡанаты аҫтына ала, Ырымбур мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрә. Хәрби хеҙмәтте йәш имам Кавказ тарафтарында үтә һәм шунда тороп ҡала, бөтә ҡалған ғүмерен ошо яҡ кешеләренә хеҙмәт итеүгә бағышлай.
Әммә шуныһы иғтибарға лайыҡ: Баязит шәйех тыуған яҡтары менән бәйләнешен бер ваҡытта ла өҙмәй. Тыуған яҡтарына ҡайтҡан ваҡыттарында хәҙрәт яҡташтарын дауалай, уларға вәғәздәр һөйләй, дини китаптар бүләк итә.
Даны бөтә мосолман донъяһына киң таралған Баязит Хәйруллин 1950 йылда донъя ҡуя. Рәхмәтле Дағстан халҡы изге кешегә хөрмәт йөҙөнән уның исемен мәңгеләштерә – Тарки ҡасабаһында урынлашҡан мәсеткә уның исемен бирә.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас