Йәмғиәт
26 Май 2021, 16:30

“Был ғәмәлдәр демографияны яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуымды арттырыуға бәйле өҫтәмә сараларға арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмә үткәрҙе. Унда тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә системалы саралар тикшерелде.
– Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Влаимир Владимирович Путин халыҡ һанының тәбиғи артыуын тәьмин итеүҙе һәм ғүмерҙе оҙайтыуҙы демография сәйәсәтенең стратегик бурысы тип билдәләгәйне, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ республикала сабыйҙар һанын үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашыра башланыҡ, проблемалы мәсьәләләрҙе һәм артабанғы ғәмәлдәрҙе билдәләнек. Ошо йүнәлештә тағы ла нимәләр эшләй алыуыбыҙ тураһында уйларға кәрәк.
Кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда, тотош Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда, тыуымдың юғары суммар коэффициенты (бер ҡатын тапҡан сабыйҙар һаны) һаҡланып ҡала. Демографик хәлдең яҡшырыуына айырылышыуҙарҙың кәмеүе лә йоғонто яһай. 2020 йылда был күрһәткес 2019 йыл менән сағыштырғанда 5,4 процентҡа кәмегән.
Былтыр республикала 41180 бала тыуған, йәғни элгәре йылға ҡарағанда 1,4 процентҡа аҙыраҡ.
Сабыйын һаҡлап ҡалыу йәки абортҡа барыу тураһында ҡарар ҡабул итә алмай икеләнгән ҡатындарға консультация биреү, психологик ярҙам күрһәтеү тыуымды арттырыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.
"Ошондай эш һөҙөмтәһендә былтыр аборттар 2019 йылға ҡарағанда 15 процентҡа кәмегән, – тине вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Беҙ 1601 яңы ғүмерҙе һаҡлап ҡала алдыҡ".
Шулай уҡ балаһыҙ парҙарға ЭКО яһау, эмбиондарҙы криокүсереп ултыртыу ҙа мөһим әһәмиәткә эйә. Был ғәмәлдәр республика бюджеты иҫәбенә субсидиялана. Максим Забелин әйтеүенсә, былтыр 630 ғаиләлә сабыйҙар тыуҙы, һәм был һан йылдан-йыл арта.
2019 йылда Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреү сертификаты тапшырыу буйынса эксперимент башланғайны. Был программаға ярашлы, шәхси балалар баҡсалары айына бер балаға алты мең һум күләмендә дәүләттән аҡса ала, ә ата-әсәләр муниципаль мәктәпкәсә ойошмаларҙағы кеүек хаҡ түләй.
"Пилот проекты Стәрлетамаҡта 200 сертификат биреүҙән башланғайны. Унан экспериментҡа Өфө һәм Нефтекама ҡушылды, сиратта – Октябрьский һәм Өфө районы, – тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – 2020 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, 1059 сертификат бирелгән. Быйыл йәнә ике меңгә яҡын сертификат тапшырыу күҙаллана".
“Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проектында республикала 32 шәхси балалар баҡсаһы ҡатнаша. Башҡортостан проектын Ханты-Манси автономиялы округында һәм Бүрәт Республикаһында тормошҡа ашырмаҡсылар.
Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Денис Слепов кәңәшмәлә “Алға” транспорт картаһының балалы ғаиләләрҙең сығымын ҡулайлаштырырға ярҙам итеүе тураһында һөйләне.
Республикалағы бала табыу йорттарында үткәрелгән фекер белешеү саралары һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Башлығы йөклө ҡатындарҙы витаминлы туҡландырыу, буласаҡ һәм йәш әсәләр өсөн онлайн-курстар ойоштороу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Ҡатындарға, айырыуса йөклөләргә, иғтибар һәм тиҙҙән әсә булыуы тураһындағы яңылыҡты ишеткән мәлдән алып сабыйын ҡулына алғанға, декрет ялын тыныс үткәреүгә, уңайлы балалар баҡсаһына һәм ғаиләнен статусы нигеҙендәге льготалы ташламаларға тиклем ярҙам кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был мәсьәләләрҙе хәл итеү барыбыҙға ла кәрәкле һөҙөмтәне бирәсәк – демографияны яҡшыртасаҡ, ғаиләләрҙә сабыйҙарҙың шат тауыштары яңғыраясаҡ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас