Йәмғиәт
26 Май 2021, 09:15

Депутат Никита Майоровтың хыялын үтәне

Никита алсаҡ, тәрбиәле һәм яҡшы малай. Ул көн һайын ауыр сиргә ҡаршы көрәшә, быйыл мәктәпкә барасаҡ.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан “Бөтәһе лә хыяллана” проекты сиктәрендә, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин ете йәшлек Никита Майоровҡа күптән хыялланған бүләген – ҡурсаҡ театрын бүләк итте.
Никита алсаҡ, тәрбиәле һәм яҡшы малай. Ул көн һайын ауыр сиргә ҡаршы көрәшә, быйыл мәктәпкә барасаҡ. Уның яҡындары Никита сәләмәт һәм тулы тормош менән йәшәһен өсөн шарттар тыуҙырыра тырыша. Бергә булғас, улар алға бара.
“Мин акцияла ҡатнашыуыма һәм байрам алдынан балаларҙы ҡыуандырыу мөмкинлеген файҙалана алыуыма шатмын. Үҙемдең дүрт ейәнем бар. Ысын күңелдән Никитаның иҫән-һау үҫеүен һәм быйыл беренсе класҡа уҡырға барыуын, ә ғаиләһенә именлек теләйем. Башҡаларҙы ла изгелек эшләргә һәм проектҡа ҡушылырға саҡырам”, – тип белдерҙе Рафаэль Мәрҙәншин.
“Улым бик ҡыуанды, бәхет өсөн тағы нимә кәрәк!” – ти малайҙың әсәһе Әлиә.
“Бөтәһе лә хыяллана” акцияһында батыр балаларҙың хыялдары тормошҡа аша – янғында һәм һыуҙа башҡаларҙы ҡотҡарғандарҙың, мөһим социаль һәм экологик проекттарҙы уйлап тапҡандарҙың һәм бойомға ашырғандарҙың, ауырыуҙы еңгән һәм ауыр диагноз менән йәшәргә өйрәнгәндәрҙең.
Мәғлүм булыуынса, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Халыҡ фронты 23 төбәктән 100 батыр баланың хыялын йыйып алды. Тылсым эйәһе булып, балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыуҙа һәр кем ҡатнаша ала, ти акцияны ойоштороусылар.
Башҡортостанда 100 баланың 16-ыһының ғына хыялы тормошҡа ашмай ҡалған. Һеҙ уларҙы һайлап алып, хыялдарын үтәй алаһығыҙ. Тулыраҡ https://мечтаютвсе.рф/ сайтында.
Фото: Рафаэль Мәрҙәншиндың шәхси архивынан.
Читайте нас