Бөгөн Башҡортостанда ил кимәлендә әһәмитәле һәм стратегик сара үтте. Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә Валериан Альбанов исемендәге полярниктар (ҡотопсолар) музейы асылды.
Кем һуң ул Валериан Иванович Альбанов? Ул 1882 йылдың 26 майында, теүәл 139 йыл элек Өфө ҡалаһында тыуған. Өфөләге ирҙәр гимназияһында уҡыған, аҙаҡ ғүмерен диңгеҙ һәм флот менән бәйләгән. Уның 1919 йылда фажиғәле һәләк булыуы билдәле.
1912 йылда ул Георгий Брусиловтың экспедицияһына “Изге Анна” өс мачталы пар ярҙамында эшләнгән елкәнле шхуна беренсе тапҡыр Төньяҡ диңгеҙ юлы менән Атлантиканан Тымыҡ океанға йүнәлә. Тик боҙлоҡтар менән бәрелеп һәләкәт кисерә. Штурман Альбанов бер төркөм матростар менән карабын ташлап, боҙҙар араһынан Франц-Иосиф Еренә барырға ҡарар итә. 120 километрлыҡ юл өс айҙан ашыу ваҡытты ала. Маҡсатҡа тиклем тик ике кеше генә барып етә ала: Валериан Альбанов менән матрос Андрей Конрад.
Яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы уның мөмкин булмаған боҙло юлды үтә алыуында ғына түгел, ә ике йыллыҡ рейд ваҡытында алып барылған судно журналы күсермәһен алып ҡайтыуында. Был документтар ғалимдарға артабан Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереүҙә ярҙам иткән. Альбановтың “Көньяҡҡа, Франц-Иосиф Еренә” тип аталған көндәлеге беҙҙә лә, сит илдәрҙә лә баҫылып сыға. Ә экспедиция, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙһеҙ юғала. Был тарихҡа бик күп әҙәбиәт һәм нәфис фильмдар бағышланған. Уларҙың иң билдәлеһе В. Кавериндың “Ике капитан” повесы һынала.
Уның исеме менән Диксон янындағы утрау, Франц-Иосиф ерендәге Гукер утрауындағы морон, Төньяҡ Ер архипелагындағы Октябрь Революцияһы утрауындағы боҙлауыҡ аталған. Бынан тыш уның исеме суднолар һәм теплоходтарға ҡушылған.
Башҡортостандың географик киңлектәре өсөн ғәжәйеп күренеш булған музейҙы тап беҙҙең республикала асыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы арҡаһында мөмкин булған. Төп башланғыс менән С.Т. Аксаков исемендәге мемориаль йорт-музейы мөдире, билдәле Рәсәй яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Михаил Чванов сыға.
Радий Хәбиров был идея буйынса сығыштарының береһендә үҙ фекерен еткергәйне. “Вениамин Кавериндың ”Ике капитан” китабында үҫкән минең быуын өсөн диңгеҙ, капитан һәм штурмандарҙың героизмы темаһы һәр ваҡыт яҡын булды. Легендар диңгеҙселәрҙең: “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә!” тигән девизы мәңгелеккә минең үҫмер күңелемә һеңеп ҡалғайны. Беҙ Өфөлә ҡотопсолар һәм Төньяҡты өйрәнеүселәр музейын булдырырға ҡарар иттек. Унда бөгөнгө малай һәм ҡыҙҙар һалҡын диңгеҙҙәрҙең ҡыҙыҡлы тарихына яҡынлаша аласаҡ...” тигәйне.
Әйтелде – эшләнде. Бөгөн тантаналы шарттарҙа, Свердлова урамы 88-се йортта музей асылды. Уның бинаһы ла бик тарихи, музей реставрация үткән ағалы-ҡустылы сауҙагәр Соловьевтар йортонда урынлаша. Әйткәндәй, Валериан Альбанов та тап ошо тирәлә урынлашҡан йорттарҙың беререһендә тыуған.
Музейҙы тантаналы асыр алдынын журналистар өсөн ентекле һәм ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрҙеләр. Ике ҡатлыҡ элекке бина тулыһынса яңыртылған. Уның дөйөм майҙаны 300 квадрат метрҙан ашыу. Музейҙың эсе хәҙер бик матур һәм заманса. Беренсе ҡатта Арктиканы үҙләштереү тарихы, был төбәктә Рәсәйҙең әһәмиәте, ҡотопсолар тураһында мәғлүмәттәр. Арктиканы һәм Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереү карталары ҡуйылған һәм һәр кем өсөн аңлайышлы. Поляр экспедицияларға барғандарҙың шәхси әйберҙәре, документтар тупланған. Һәр залда заманса электрон стендтар һәм планшеттар ҡуйылған. Бер залда махсус технологиялар ярҙамында Төньяҡ балҡышын күрергә, аҡсарлаҡтар ҡысҡырғанын, шул ваҡыт музыкаһын эксклюзив граммофон аша тыңларға була.
Икенсе ҡаттағы бер зал тулыһынса Альбановҡа, уның экспедицияһына арналған. Шулай уҡ беҙҙең замандарҙа уларҙың юлдары буйлап экспедицияларға йөрөгән ҡотопсолар залы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мәктәп уҡыусыларына шөғөлләнер, материалдарҙы өйрәнер, оҫталыҡ дәрестәре үткәрер өсөн махсус зал бүленгән. Кино һәм видеояҙмалар ҡарар өсөн техника һәм зал да бар. Дөйөм алғанда музей экспозицияһында йөҙҙән ашыу артефакт һәм экспонаттар бар. Уларҙың иң ҙуры – 19 быуаттың адмиралтейство якоре, ул бөгөндөн Өфөнөң яңы арт-объектына әйләнде лә. Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы музей балаларҙы һәм йәштәрҙе лә ныҡ ҡыҙыҡһындырасаҡ, өлкәндәр өсөн дә файҙалы буласаҡ.
Тик ни өсөн эҫе Өфөлә алыҫ һалҡын Төньяҡ диңгеҙҙәре һәм уны өйрәнеүселәр музейы асылды һуң? Был һорауға ла яуаптар бар. Был музейҙы булдырыу федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге трендтарҙы тормошҡа ашырыу ул. Әлеге ваҡытта илдә Арктиканы үҙләштереү буйынса бер нисә дәүләт программаһы ҡабул ителгән, СССР тарҡалғандан һуң ташланған инфраструктура объекттары тергеҙелә башлаған. Арктикала халыҡ-ара ҡаршылыҡтың көсәйеүе һөҙөмтәһендә Рәсәйгә төбәктә үҙ урынын нигеҙләү һәм континенталь шельфының тышҡы сиктәрен билдәләү ҙур әһәмиәткә эйә була.
Рәсәйҙең Арктика зонаһында төп тәбиғәт-сеймал ресурстары бар. Ул: 1200 миллиард тоннанан ашыу яғыулыҡ-энергетика сеймалы (күмер, нефть, газ, янар һәүерташ, хаҡы 60 триллон доллар), шул иҫәптән 258 миллиард тонна нефть һәм газ, илдең бөтә күмерводородының 60 проценты, 95 процент алмаздар, 90 процент никель, 80 процент апатит, алтын, көмөш һәм һирәк осрай торған металдарҙың төп запасы тупланған.
Был сара тағы бер мөһим сәйәси ваҡиғаға бәйле. Тап ошо арала Арктика советында Рәсәйгә рәйеслек күсте. Арктика советы – хөкүмәт-ара форум булып тора, ул тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә булышлыҡты тәьмин итә. Совет эсенә Дания, Исландия, Канада, Норвегия, Рәсәй, АҠШ, Финляндия һәм Швеция инә. Ике йыл һайын рәйес-илдәр алмашынып тора.
Бынан тыш 2020 йылда ил Президенты Владимир Путин 2035 йылға тиклем Рәсәйҙең Арктика зонаһын үҫтереү стратегияһына ҡул ҡуйҙы. Ул был өлкәлә дәүләт сәйәсәтенең төп бурыстарын һәм йүнәлешен, уны тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәләрен билдәләй.
Тағы бер матур сәбәп – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканан сыҡҡан арҙаҡлы кешеләрҙең хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләһенә лә һәр ваҡыт ҙур иғтибарын бүлде. Был шулай уҡ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү, аңлы быуын үҫтереү юлы.
Төбәктә туризмды үҫтереү маҡсаты ла юҡ түгел. Яңы музейҙың Нестеров исемендәге музейға яҡын урынлашыуы осраҡлы һайланмаған. Был туристик ағымдың уңайлығы өсөн шулай эшләнде. Әйткәндәй, яңы объектты асыу тантанаһында Радий Хәбиров был бинаның артындағы йорттоң да оҙаҡламай музейға әйләнәсәге тураһында белдерҙе. Ниндәй музей булыры әлегә сер булып тора.
Музейҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Мәскәүҙән саҡырылған федераль ҡунаҡтар, мәктәп уҡыусылары, йәштәр ҡатнашты.
– Һеҙҙең кисәге кисегеҙ нисек үткәндер, ә мин төн уртаһына тиклем “Ике капитан” киноһын ҡараным, арҙаҡлы яҡташыбыҙ тураһында хәтирәләрҙе уҡыным. Бөгөн Валериан Альбановтың тыуыуына 139 йыл тулған көн. Ул ошонда тыуған, өйө яҡында ғына. Был музейҙы булдырырға уйлаған саҡта, уның исемен йәш быуынға ҡайтарырға теләнек. Халыҡ ошондай ҡаһарман кешенең тормош һәм хеҙмәт юлын белергә тейеш. Сағыу, ҡыҙыҡлы һәм фажиғәле ғүмер кисергән ул, – тине Радий Хәбиров. – Был музейҙы әле, Арктиканың әһәмиәте ил өсөн үтә мөһим була башлаған ваҡытта асыуыбыҙ ҙа әһәмиәткә эйә. Былтыр Арктиканы үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде. Илебеҙ Президенты Владимир Путин Рәсәй Арктикаһын үҫтереүгә бик ҙур әһәмиәт бирә. Арктиканы өйрәнеү, ресурстарҙы эшкәртеү, Арктиканың хәрби өлөшө – быларҙың барыһы ла ҙур көстәр талап итә. Был Төньяҡ диңгеҙ юлы ла, ул ярты донъяны бәйләүсе мөһим артерияға әйләнә. Шуға күрә беҙ бөгөн мөһим дәүләт эшен башҡарабыҙ.
Башҡортостан Башлығы музейҙы булдырыуға көс һалған кешеләргә рәхмәтен әйтте һәм был эшмәкәрлектең башында тороусы әүҙемсе Михаил Чвановҡа Григорий Аксаков орденын тапшырҙы.
Сәләмләү телмәре менән Рәсәй юристары ассоциацияһы идаралығы рәйесе, “Академик Федоров” судноһында поляр экспедицияларҙың береһендә ҡатнашҡан кеше Владимир Груздев сығыш яһаны. Ул Башҡортостан кешеләрен ошондай мөһим ваҡиға менән ҡотланы.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, ғалим-океанолог, география фәндәре докторы, профессор Артур Чилингаров та ҡотлау сәләме ебәргән. Уны Рус география йәмғиәте директоры урынбаҫары Сергей Корлыханов уҡып ишеттерҙе. Йәмғиәттең төбәк бүлексәһен үҫтереүгә һалған ҙур өлөшө өсөн ул йәмғиәттең попечителлек советы рәйесе Радий Хәбировҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Шулай итеп республикала тағы бер музей барлыҡҡа килде. Ул бөгөндән асыҡ. Был тарих ысынлап та ҡыҙыҡ һәм өйрәнеүҙе талап итә. Балаларығыҙ, яҡындарығыҙ менән бергәләп уға рәхим итегеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.