Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин дүртенсе балаға атай булды.
Бөгөн, 26 майҙа, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин социаль селтәрҙәге схифәһендә үҙенең дүртенсе тапҡыр атай булғанлығы хаҡында хәбәр итте. “Бындай хистәр штормында булғаным юҡ ине әле. Бөгөн төндә дүртенсегә атай булдым. Шатлыҡ! Иван Сидякин донъяға 2.55 сәғәттә килде”, - тип белдергән Александр Геннадьевич.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең әсәһенең вафат булыуы хаҡында билдәле булғайны. “Кисә әсәйемде ерләнем. Ул ейәнен шул тиклем күргеһе килгән ине. Саҡ-саҡ ҡына етмәне. Барыһы ла яҡшы, әсәй. Ул тыуҙы! Һин унда тыныс бул!” – тип яҙған Александр Сидякин.