Өфөлә 66 йәшендә билдәле журналист Рушан Кирәев яҡты донъянан китте.
Рушан Кирәевтең дуҫы, коллегаһы, “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Головтың хәбәр итеүенсә, журналистҡа инфаркт булған, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Рушан Кирәев 1955 йылдың 23 июлендә Өфөлә билдәле яҙыусы, ғалим, фронтовик Кирәй Мәргән – Әхнәф Кирәев – ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дәүләт филология факультетын тамамлағандан һуң “Ленинец” республика йәштәр гәзитендә хеҙмәт башлаған. Артабан ул республиканың башҡа киң мәғлүмәт сараларында, мәғлүмәт агентлыҡтарында эшләгән. “Советская Башкирия” гәзите секретариатында хеҙмәт иткән, “Известия Башкортостана” баҫмаһы баш мөхәрриренең урынбаҫары булған. 90-сы йылдар аҙағында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында эшләгән.
Ун йылдан ашыу ғүмерен Рушан Кирәев “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең редакция-нәшриәт бүлеге етәксеһе, “Связист Башкортостана” гәзите мөхәррире булып эшләүгә арнаған.
“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Рушан Кирәевтең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.