Йәмғиәт
26 Мая 2021, 14:30

Яҡшы исемдәр мәңге йәшәргә тейеш!

Константин Лобанов: "Вениамин Кавериндың “Ике капитан” повесы совет балаларының өҫтәл китабына әйләнеп бөткәйне..."

Бөгөн Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейын асыу тантанаһында Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, геология-минералогия фәндәре докторы Константин Лобанов та ҡатнашты.
"Был музейҙың асылыуы бик мөһим, сөнки Альбановтың исеме илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиғаларға бәйле. Ә яҡшы эҙ ҡалдырғандар хаҡында хәтер мәңге йәшәргә тейеш! Ул саҡтағы ваҡиғалар, ҡаһарманлыҡ Альбанов менән тығыҙ бәйле", – тине ул.
Константин Лобанов фекеренсә, был музейҙың балалар, йәштәр өсөн булыуы айырыуса яҡшы. Улар яҡшы эштәр, геройлыҡ өлгөһөндә үҫергә тейеш.
"Вениамин Кавериндың “Ике капитан” повесы совет балаларының өҫтәл китабына әйләнеп бөткәйне. Ул баҫмала тап Валериан Альбанов штурман Климовтың прототибы булып тора. Был - балалар өсөн бик яҡшы үрнәк. Арктиканы үҙләштергәндәрҙең легендар тарихы нигеҙендә кешеләрҙә яңыны белеү, геройлыҡҡа ынтылыу теләге барлыҡҡа килә. Был бит яҡшы!" - тине Константин Лобанов.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас