"Башгидрометүҙәк" киләһе ике көнгә һауа торошоноң нисек булырын хәбәр итте. Республикала урыны менән бер аҙ яуым-төшөм көтөлә, ел төньяҡтан иҫә. Төньяҡ райондарҙа һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.
Бөгөн яуым-төшөмһөҙ. Әйткәнебеҙсә, ел төньяҡ, төньяҡ-көнбайыштан. Төндә 16-17 градус йылы, көндөҙ 22-27 градусҡа тиклем эҫетә.
28 майҙа ел көнбайышҡа һәм көньяҡ- көнбайышҡа күсә, төндә 4-10 градус йылы, көндөҙ - 25-30 градусҡаса етә.