Йәмғиәт
27 Май 2021, 16:00

"Фекерҙәштәрегеҙҙең күберәк булыуын теләйем"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров арҙаҡлы уҡытыусы Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаны 95 йәше менән ҡотланы.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йырсы, вокал уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаны 95 йәше менән ҡотланы.
– Башҡортостандың вокал мәктәбе киң танылыу яулаған, ул һәр ерҙә ихтирам ҡаҙана. Бында һеҙҙең дә хеҙмәтегеҙ бик ҙур, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн үҙегеҙҙең күп һанлы шәкерттәрегеҙҙән ҡотлауҙар ҡабул итәһегеҙҙер. Улар араһында донъя кимәлендәге йондоҙҙар ҙа күп. Беҙ үҙебеҙҙең башҡарыусыларыбыҙ, йолаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, республика мәҙәниәтен артабан да үҫтереүҙе планлаштырабыҙ. Кисә генә, Өфөлә мотлаҡ Федор Иванович Шаляпин музейы барлыҡҡа киләсәк, тип иғлан иттек. Ул Нестеров исемендәге художество музейынан алыҫ түгел, тергеҙелгән тарихи бинала урынлашасаҡ. Өфөнөң 450 йыллығына ла әҙерлек буйынса пландар ҙур. Улар мәҙәни өлкәгә лә ҡағыла. Беҙҙә әлегә тиклем ҙур концерт залы, Музыка йорто юҡ. Был хатаны төҙәтергә кәрәк. Ҙур заманса Евразия китапханаһы, заманса сәнғәт музейы төҙөрбөҙ.
Башҡортостан Башлығы юбилярға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләне.
– Телевизорҙан эшегеҙҙе иғтибар менән күҙәтеп барам. Һеҙ – ҡыйыу, талапсан, тәүәккәл, хыялға бирелеүсән кеше. Фекерҙәштәрегеҙҙең күберәк булыуын теләйем, – тине Миләүшә Мортазина.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә Миләүшә Мортазина тураһында яҙып сыҡты.
“Һоҡланғыс кешеләр тормошо” тип аталған даими рубрикамда бөгөн һүҙ ҡыҙыҡлы һәм изге күңелле, ғәжәйеп кеше – Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина хаҡында булыр.

Ошо нәфис, яғымлы һәм тәрән аҡыллы ҡатынды 95 йәше менән тәбрикләнем. Мәшһүр опера педагогы Миләүшә Ғәли ҡыҙы – Заһир ағай Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тарихында бер тотош дәүер ул. Радик Гәрәев, Иҙрис Ғәзиев, ағалы-ҡустылы Асҡар һәм Илдар Абразаҡовтар, Вәхит Хызыров, Әлфиә Кәримова һәм башҡа бик күптәр – ошо данлы артистарҙың тауышын Миләүшә Мортазина ҡуйған. Улар Рәсәйҙең, Башҡортостандың опера сәнғәтен данлап бөтә донъя буйынса яңғыраны һәм әле лә яңғырай.
Алыҫ 41-се йылда мәктәпте тамамлап, йәш Миләүшә Өфө агрегат етештереү берекмәһенә эшкә урынлаша. Ул концерт бригадаһы эшендә әүҙем ҡатнаша, госпиталдәрҙә һәм хәрби частарҙа сығыш яһай. Һуғыштан һуң Миләүшә Ғәли ҡыҙы Урал консерваторияһы ҡарамағындағы Башҡортостан студияһын һәм Ҡазан консерваторияһын тамамлай. Өфөгә ҡайтып, бөтә ғүмерен музыкаға, шәкерттәренә арнай”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142160.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас