Йәмғиәт
27 Май 2021, 05:00

"Ландыштар уны хәтерләтә..."

Әсҡәтемдән бүләк һәр яҙ һайын сәскә ата... Тик үҙе генә юҡ...

"Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Миңзифа Низамаова ландыш сәскәләрен фотоға төшөрөп, түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған:
"Минең ҡыңғырауым сәскә атҡан.
Был ландыш сәскәһенең бер тарихын яҙып үтәйем әле. Иптәшем миңә ландыш сәскәһе бүләк итте: "Ул сәскәне ҡайҙан алдың? Ҡалай матур сәскә!"- тип шундай ҡыуандым. Шулай йыл һайын ҡыңғырауҙар сәскә атҡан мәлдә миңә тормош иптәшем бүләк итә ине. Мәскәү өлкәһендә йәшәгәндә лә урынын табып, йыл һайын ошо яҙ мәлендә бүләк итә килде. Тыуған ауылыбыҙға ҡайтып йорт төҙөп йәшәй башлағаста ҡыңғырау сәскәһен онотманы. Һәр саҡ бүләк итеп торҙо. Мәрхүм булырҙан бер йыл алда Түбә ауылынан бер инәйҙен баҡсаһынан ҡаҙып алып ҡайтып, үҙебеҙгә баҡсаға ултыртты. Икенсе яҙ баҡсала ҡыңғырауҙар шаулап сәскә атты, минән бүләк тигәндәй,тик үҙе күрмәне уларҙың сәскә атҡанын. Әсҡәтемдән бүләк һәр яҙ һайын сәскә ата...Тик үҙе генә юҡ...
Рәхмәтлемен һиңә йөрәгем! Йәнең йәннәт түрендә генә булһын инде".
Бына шундай ландыш сәскәһенең тарихын яҙған Миңзифа Әхмәҙулла ҡыҙы.
Фото: Миңзифа Низамованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас