“Өфө – Күмертау” маршруты буйынса йөрөгән “Орлан” поезына ихтыяж артыуын иҫәпкә алып, тағы ла бер рейс өҫтәргә булғандар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала “Орлан” поезы 2 апрелдән йөрөй башланы. Уның расписаниеһы халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, көнөндә эшкә йәки уҡыуға килеп өлгөрөүҙе күҙ уңында тотоп төҙөлгән. Күмертауға иһә, эш көнө тамамланғас, кире юллана.
Хәҙер өҫтәмә рейс Өфөнән Күмертауға иртәнсәк юлланасаҡ һәм кискә баш ҡалаға әйләнеп ҡайтасаҡ.
“Орлан” поезы тәүге көндәрҙән үк халыҡтың һөйөүен яулап өлгөрҙө, әле уның хеҙмәттәре менән алты меңдән ашыу пассажир файҙаланған. Ул 3 сәғәт 50 минут ваҡыт эсендә тәғәйен урынға алып барып еткерә.
Билеттарҙы ҡала яны һәм үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү кассаларында, шулай уҡ “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар ташыу” йәмғиәте сайтында “РЖД Пассажирам” һәм “Пригород” ҡушымталарында алырға мөмкин. Унда федераль һәм төбәк ташламалары менән файҙаланырға була, студенттарға ла, уҡыусыларға ла льготалар яһала.
“Өфө – Күмертау – Өфө” ҡала яны поезының хәрәкәт итеү графигы:
№7109/7110 Кумертауҙан китә: 04.08, Мәләүездән – 04.37-04.38, Салауаттан – 05.16-05.17, Стәрлетамаҡтан 05.41-05.42, Димдән – 07.45- 07.46, Өфөгә 08.01 (урындағы ваҡыт) сәғәттә килә.
№7103/7104 Өфөнә китә: 09.26, Димдән – 09.40-09.41, Стәрлетамаҡтан – 11.36-11.37, Салауаттан – 12.06-12.07, Мәләүездән – 12.45-12.46, Күмертауға 13.16 (урындағы ваҡыт) сәғәттә килә.
№7105/7106 Күмертауҙан китә: 14.34, Мәләүездән – 15.03-15.04, Салауаттан – 15.42-15.43, Стәрлетамаҡтан – 16.07-16.08, Димдән – 18.05-18.06, Өфөгә 18.20 (урындағы ваҡыт) сәғәттә килә.
№7107/7108 Өфөнән китә: 18.39, Димдән – 18.53-18.54, Стәрлетамаҡтан – 20.49-20.50, Салауаттан – 21.20-21.21, Мәләүездән 21.59-22.00, Күмертауға 22.29 (урындағы ваҡыт) сәғәттә килә.