Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2021, 09:34

Ауылға яугирҙәр ҡайтты...

Үрәҙмәттәр ауылдаштарының исемен мәңгеләштерҙе.

Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын байрам иткән көндәрҙә Әлшәй районының бер нисә ауылында мемориаль комплекс, обелиск, һәйкәл асылды, шул иҫәптән Үрәҙмәт ауылы ла ситтә ҡалманы.


– Әйтергә кәрәк, 2006 йылда ауылда күренекле якташыбыҙ Ә. М. Сәмерхановтың, Усылы төбә­гендә тыуып үҫкән күренекле яҡташым А.М. Ибраһимовтың һәм һуғышта булған 79 яугир-һалдаттың исеме район хакимиәте етәкселеге ярҙамында мәңгеләштерелгәйне. Ошо көндәрҙә бер төркөм изге күңелле яҡташтар һәм ауылдаштар ярҙамы менән унда халыҡ хәтере­нән бөтөнләй юйылған йәнә 22 һуғыш ҡорбанының исеме өҫтәп ҡуйылды. Уларҙың барыһы ла, бәхәсһеҙ, Үрәҙмәт ауылында тыуып үҫкән ир-егеттәр – илебеҙҙе дош­ман­дарҙан һаҡлап ҡалыр өсөн изге яуға ошо ауылдан киткән һалдаттар. Һуғыш ҡорбандарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ, ләкин уларҙың исеме онотолғайны... – тине ауыл старостаһы Клара Туҡаева.
Клара Ярулла ҡыҙы һуғыш яландарында ятып ҡалған ауылдаш­тарының исемен тергеҙеү өсөн күп йылдар дауамында эҙләнеүҙәр алып бара һәм һөҙөмтәгә өлгәшә. Әле иһә онотолоп ҡалған ауылдаш­тарының исемен мәңгеләштереүгә лә булышлыҡ итте. Ә быға тиклем яугирҙәрҙең исемдәрен дә белмәгәндәр.
“Изге күңелле күп кенә ауылдаштар һәм яҡташтар ҙа ҡушылып, күңелемә дәрт өҫтәп ебәрҙе”, – ти староста.

Эштәре ун айға һуҙылып китһә лә, уны аҙағына еткереүгә өлгә­шәләр. Үрәҙмәт ауылы буйынса Еңеү һалдаттарының исемлеге лә һуңғы осорҙа ҙур үҙгәреш кисерҙе. Унда онотолған ҡаһармандарҙың исеме лә индерелде. Быға тиклем 43 яугирҙең исем-шәрифе билдәле булған, ә бөгөн иһә уларҙың һаны 58-гә еткән.
Шулай итеп, Үрәҙмәт ауылынан 1941 – 1942 йылдарҙа 159 кеше фронтҡа киткән. Хәҙер инде уларҙың тулы исемлеге бар. Ауылдың әүҙемселәре ярҙамында был һалдаттарҙың исеме мәңге юйылмаҫлыҡ булып, хәтер таҡтаһына уйып яҙылды.
Хәтер ташының береһе тыл батырҙары һәм һуғыш осоро балалары хөрмәтенә ҡуйылған. Бөйөк Ватан һуғышы барған йылдарҙа ҡанлы һуғыштың ауыр михнәттәрен үҙ иңдәренә һалып тартҡан барлыҡ ауылдаштарҙың да исеме хәҙер бер урында йыйылған. Үрәҙмәттә тағы ла бер матур урын барлыҡҡа килгән. Уны изге күңелле, оло йөрәкле шәхес Нияз Рәсүл улы Алтынғужин төҙөгән. Алтын ҡуллы хеҙмәткәрҙәре менән эш өсөн кәрәк булған техниканы февралдә үк алып килеп ҡуйғандар. Ауылдағы был урын киләсәктә Мәңгелек хәтер майҙаны тип йөрөтөлөр, тип өмөтләнә был эште ойоштороусылар. Мәрмәр һәм гранит таштарҙан торған иҫтәлекле таҡталар хәҙер мемориаль комплексҡа әйләнгән. Бынан 11 йыл элек Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы хөрмәтенә ҡуйылған таштар ҙа яңыртылған.
“Был эштәрҙе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына өлгөртөргә теләгәйнек, әммә берҙәмлек етеңкерәмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ауылдаштар йәмәғәт эшенән ситләшергә тырыша, шуға ла ошондай эштәр ауырлыҡ менән бара. Хәҙер инде ҡыйынлыҡтар артта ҡалды. Ниһайәт, Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы сараны яңы мемориаль комплекс янында үткәрҙек. Изге эштәр башланып китһә, һәр ҡайҙа ла, һәр кемгә лә Аллаһ Тәғәлә үҙе ярҙамға килә. Был ғәйәт ҙур эштәрҙә ҡатнашҡан, үҙ өлөшөн индергән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт, – тип ҡыуанысын уртаҡлашты Клара Туҡаева.
Мемориаль комплексты асыу тантанаһын ойоштороуҙа Әлшәй районы хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, Әлшәй телевидениеһы, Тавричанка һәм Беренсе Май мәктәптәре уҡыусылары, Тавричанка мәҙәниәт йортоноң – йыр, Үрәҙмәт ауыл клубының “Сөйөмбикә” фольклор ансамблдәре, йырсы Гөлшат Әхмәтова ҡатнашҡан.
Әйтергә кәрәк, был эштәрҙең башында Үрәҙмәт ауылы старостаһы Клара Ярулла ҡыҙы тора. Ул Бөйөк Ватан һуғышына киткән ауылдаш­тарының исемлеген тергеҙеү буйынса эҙләнеү эштәре алып бара. Шулай уҡ Мемориаль комплексты төҙөүҙе ойоштора, ауылда музейға нигеҙ һала, мәсет асыуға булышлыҡ итә, “Сөйөмбикә” ансамбленең художество етәксеһе булып тора. Әлбиттә, ошондай халҡым, тыуған ерем, ауылым тип янып йөрөгән кешеләр барҙа, илебеҙ өсөн башын һалған бер яугир ҙә онотолмаҫ.


Әлшәй районы.
Читайте нас: