Йәмғиәт
28 Май 2021, 05:12

Халҡыбыҙҙың боронғо һөнәр серҙәре

Ҡыҙыҡлы, кешегә тәрән ҡәнәғәтлек биргән шөғөл.

Халҡыбыҙҙың иң боронғо һөнәрҙәренең береһе – бал ҡорто үрсетеү, бал алыу бик аҙ кешеләр эйә булған һөнәргә әйләнде. Умарта тоторға теләүселәр бар, әлбиттә. Тик был эштең нескәлектәрен белеп еткермәгәнгәме, бәлки, түҙемлек етмәүҙәндер, ҡорт үрсетә башлаған һәр кем уңышҡа өлгәшә алмай. Йә ҡорттары үлеп бөтә, йә туҡтауһыҙ күс айыра, һөҙөмтәлә умартанан мул уңыш алып булмай. Ә бөгөнгө ҡытлыҡ ныҡ бәкәлгә һуҡҡан, баш ауырыуына әйләнгән бер мәлдә башҡорт халҡының боронғо һөнәрен бөтәбеҙ булмаһа ла, күбебеҙ үҙләштереү ҡамасауламаҫ ине.


Бөтә кеше лә, училищеға уҡырға инеп, умарта тотоу нескәлектәрен өйрәнә алмай, шуға күрә беҙ, күп уҡыусыларҙың һорауҙарын үтәп, йәш һәүәҫкәр умартасылар өсөн китап сығарырға булдыҡ. Унда ҡортсолоҡ шөғөлөнөң үҙебеҙ иң мөһим тип иҫәпләгән яҡтарын асыҡларға тырыштыҡ, шуның өсөн ул файҙалы ғына ҡулланма булыр, тип өмөтләнәбеҙ.


Нисек умартасы булырға?


Бал ҡорто тереклегенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән һәм үҙ зиһенен эшкә ҡуша алған кеше генә ысын умартасы була ала.

А.М. БУТЛЕРОВ.


Һуңғы йылдарҙа күп кешелә – өлкәндәрҙә, бигерәк тә йәштәрҙә умартасылыҡҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Уларҙың күбеһен “нисек итеп умарта тоторға, бал ҡорттарын ҡарарға, күс тоторға һәм ябырға, дөйөм әйткәндә, умартасылыҡ менән нисек шөғөлләнергә?” тигән һорау борсой. Быға бер-ике һүҙ менән генә яуап биреп тә булмай.


Иң мөһиме – тәүҙә кешенең умартасы эшенә һәм бал ҡорттарына ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш. Әгәр ғаиләгеҙҙә һәм нәҫелегеҙҙә ата-бабаларығыҙ бал ҡорттары тотҡан һәм үрсеткән икән, бигерәк тә һәйбәт. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул тармаҡты өйрәнеү теләге ҙур булырға тейеш. Ә кем инде тәү башлап умарта тотоп ҡарарға уйлай, уға алдан бал ҡорттары тураһында ауылдағы өлкән кешеләрҙән, ҡорт тотоусыларҙан һәм эшләп йөрөгән умартасыларҙан һорашырға кәрәк. Улар мөмкин тиклем аңлатып, бәлки, өйрәтеп тә ебәрер.


Бынан тыш, бер-ике китап табып, бал ҡорттары ғаиләһе, уларҙы нисек үрсетергә һәм тәрбиәләргә икәнлеге хаҡында уҡып танышырға кәрәк. Был йәһәттән бик уңайлы, аңлайышлы, һәйбәт итеп яҙылған башҡортса китап бар. Ул – ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Ивний Вәхит улы Шафиҡовтың «Бал ҡортоноң наҙы бар» (Башҡортостан китап нәшриәте, 2006) исемле китабы. Шулай уҡ Д.Т. Шакировтың «Пчеловодство Башкирии» ҡулланмаһы (Башкнигоиздат, 1992), «Словарь-справочник пчеловода» (Өфө, 1998), «Пчеловодство. Учебник для 10-11-х классов общеобразовательных учреждений Республики Башкортостан» (Өфө: Китап, 2003) һәм В.Н. Власовтың 1983 йылда сыҡҡан «Башҡорт балы» тигән китабынан күп мәғлүмәт алып була.


Шулай итеп, умартасылыҡ менән шөғөл­ләнәм тигән кешегә, тәүҙә ныҡлап теория менән ҡоралланып, бал ҡорто ғаиләһенең тормошо менән танышырға кәрәк.


Ватан умартасылығы эшмәкәре профессор В.И. Логинов былай тип яҙған: «Оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнгән танылған умартасылар араһында бик йыш ҡына: «Йәшәү – умартасылыҡ менән шөғөлләнеү ул, бал ҡорттары аҫрамау — ул, тимәк, йәшәмәү. Бал ҡорттары менән аралашыу — бик ҡыҙыҡлы шөғөл, ул кешегә тәрән ҡәнәғәтлек бирә. Ҡорттар менән танылған яҙыусылар, ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре, мәҫәлән, Аристотель, Дарвин, Мичурин, Лев Толстой һәм Бутлеров ҡыҙыҡһынған һәм шөғөлләнгән.


Умартасылыҡ «ауыл хужалығының шиғриәте», ә умарта­сылыҡтағы эш «умартасылыҡтың үҙенең шиғриәте» булып һанала – бына шулай тип раҫлай умартасылар.


Эш башлаған умартасыларға кәңәшебеҙ шул. Әгәр ысынлап үҙегеҙҙе ҡортсолоҡта һынап ҡарарға булғанһығыҙ икән, көсөгөҙҙө һәм аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Икенсенән, әгәр һеҙ араҡы-шарап менән дуҫ икәнһегеҙ, ҡорт менән булышмағыҙ. Үҙегеҙ ҙә йонсомағыҙ, бал ҡорттарын да туҙҙырмағыҙ. Ҡорт эскән кешене яратмай.


Күренекле драматург Азат Абдуллин «Умартасы» очеркында умартасы Әхмәҙи ағай Ҡусмаев тураһында былай тип һөйләй: «...Умартасы эше ҡатмарлы, үҙеңде күс менән бергә йәшәгәндәй хис итмәһәң, лутсы маташма. Бөгөн нимә булғанын, иртәгә ни булырын алдан уҡ белеп торорға кәрәк...».


Бал ҡорттарын тоторға һәм үрсетергә ниәтләнһәгеҙ, иң тәүҙә умарта табыуҙы хәстәрләгеҙ. Уны үҙегеҙгә эшләп йәки һатып алырға була. Кәсепте башлап ебәреү өсөн шулай уҡ башҡа махсус ҡорамалдар ҙа кәрәк.


Әгәр һеҙ, профессиональ белем алып, умартасы булып эшләргә теләһәгеҙ, ауыл һөнәрселек училищеһында уҡып сығырға кәрәк. Бал ҡорттары менән шөғөлләнеү өсөн уларҙы тотоу һәм үрсетеү алымдары һәм ысулдарына эйә булырға кәрәк. Шулай уҡ бал ҡорттары күсенең йәшәйешен, ауырыуҙарын, ҡоротҡостарын һәм уларға ҡаршы көрәш сараларын белеү мотлаҡ. Бынан тыш, һеркәле үҫемлектәр тураһында мәғлүмәтегеҙ булыу мөһим, сөнки уларҙан ҡорттар сәскә һуты һәм һеркә йыя.


Бал ҡортоноң тарихы


Донъяла миллионға яҡын төр бөжәк, шул иҫәптән сәскәнән-сәскәгә һеркә күсереп, һут менән туҡланып яңғыҙ йәшәгән 20 меңләп төр ҡорт иҫәпләнә. Шулар араһында бал ҡорто тәбиғәткә һәм кешегә килтергән файҙаһы менән беренсе урында тора.


Бал ҡорттарының барлыҡҡа килеү тарихы бик боронғо замандарға барып тоташа. Палеонтология файҙалы ҡаҙылдыҡтар тураһындағы фән мәғлүмәттәренә ярашлы, бал ҡорттары әле нисек булһа, шул килеш Ерҙә бынан 40 миллион йыл элек тә йәшәгән. Францияла өсөнсө ҡатламдан сығарылған таштай ҡатҡан бал ҡорто ошо дәүергә тура килә. Эшсе бал ҡорттары миоцен ҡатламаһында ла табылған, уларҙың йәше сама менән 20 – 25 миллион йыл иҫәпләнә. Ғалимдар, тәүге бал ҡорттары Ерҙә 50 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән, тип фараз итә.


Бал ҡортоноң иң боронғо һүрәтен Испанияла Валенсия эргәһендәге тауҙарҙа, Аран мәмерйәһе ҡаяһында тапҡандар. Арҡан буйлап ҡаялағы ҙур булмаған тишеккә күтәрелгән ике кеше һүрәтләнгән унда. Уларҙың береһе ошо тишектән бал ҡорто кәрәҙен тартып сығара. Кешеләрҙең өҫтөндә ҡорттар осоп йөрөй. Һүрәткә 15 мең йылдан ашыу ваҡыт үткән! Ул палеолит дәүерендә, йәғни боронғо таш быуатта (мадлен дәүере) төшөрөлгән. Һүрәт беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Шулай уҡ Төркиәлә Анкара ҡалаһы эргәһендәге мәмерйәлә табылған, бынан туғыҙ мең йыл элек төшөрөлгән рәсемдә һунарсының бал ҡорто ояһынан кәрәҙле бал алыуы күрһәтелгән. Тимәк, кеше балды борон-борондан киң файҙаланған.


Бал ҡорттары, уларға аҙыҡ биргән сәскәле үҫемлектәр кеүек үк, Ерҙә бик борон барлыҡҡа килгән. Ҡырағай бал ҡорттарын кешеләр биш-алты мең йыл элек йортҡа «эйәләштергән». Тарихи ҡомартҡыларға ярашлы, әле беҙҙең эраға тиклем үк Әрмәнстан, Грузия һәм Кавказдың башҡа райондары халҡы умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Хәтерләүҙәрҙән шул билдәле: боронғо грек тарих­сыһы Геродоттың раҫлауынса, беҙҙең эраға тиклем V быуат тирәһендә Көнсығыш Европа далаларында йәшәгән скифтар бал һәм балауыҙ менән киң сауҙа алып барған.


Өс мең йыл элек Боронғо Египетта умартасылыҡ үҫешкән була, һәм ябай умартасылыҡ түгел, ә күсереп йөрөтөлөүсе.

Был илдең көньяғында бал йыйыу иртәрәк башлана, шуның өсөн һәр яҙ һайын бал ҡорттарын Нил йылғаһының башынараҡ алып киләләр. Унда күстәр һалдарҙа тора, ҡорттар бал йыйыу өсөн шунан оса. Һалдар Египеттың төньяҡтараҡ урынлашҡан провинцияларында бер-бер артлы, баллы үҫемлектәр сәскә атыуға ҡарап, аҡрынлап Нил буйлап түбәнгә табан күсерелә.


Бал ҡорто был илдә изге зат була. Картуштарҙа (эмблемалы һәм яҙыулы таҡталарҙа) фараон исеме алдынан ҡортто һүрәтләйҙәр. Батшаларҙың саркофагына ла ҡорт рәсеме төшөрөлгән.


Бер мең йыл һуңыраҡ Ассирияла үлгән кешеләрҙең мәйетен балауыҙ менән ҡаплап, балға батыра торған булғандар. Был ғөрөф-ғәҙәт оҙаҡ, Александр Македонскийға тиклем, дауам итә. Уны ла үлгән ере Фарсынан Египетҡа алып барыу һәм ерләү өсөн тәүҙә үк өҫтөнә сыҡҡанса бал ҡойолған табутҡа һалалар.


Беҙҙең көндәрҙә Ер шарында Ар15 (Апис ҡорт тигәнде аңлата) тоҡомонан дүрт төрлө бал ҡорто осрай. Шуларҙың өс төрө һинд бал ҡорттары: гигант һинд ҡорто, кәрлә йәки бәләкәй һинд ҡорто һәм уртаса һинд ҡорто. Ә дүртенсе төрө – Европа бал ҡорто.


Бөгөн был һуңғы төр кеше тарафынан ысын-ысындан күпләп бал йыйыу өсөн киң файҙаланыла.

Бик боронғо замандарҙа ҡырағай бал ҡорттарының йәшәгән урыны мәмерйә, ҡая ярығы һәм ағас ҡыуышы була.

Ҡортсолоҡ һөнәре — ҡырағай бал ҡорттары балына һунар менән кеше бик күп йөҙ йыллыҡтар буйына шөғөлләнгән. Умартасылыҡ үҙенең үҫешендә бер нисә этапты үткән Кеше, ҡырағай ҡорт ҡыуышын табып, бөтә балды һыпырып ала, бының менән ҡорт күсен үлемгә дусар итә. Һуңғараҡ һунарсылар эҙләп тапҡан бал ҡортло ағастарға билдә (тамға) һала һәм был ағас ҡыуыштарын (солоҡтарҙы) үҙҙәренең милке тип һанай башлай. Ҡорттар үлмәһен өсөн улар балдың бер өлөшөн ҡышҡылыҡҡа ҡалдыра. Солоҡ умартасылығы бына шулай барлыҡҡа килә. Солоҡсолар ағастарға бал ҡорттары, күстәр ҡунһын өсөн ҡыуыштар эшләргә өйрәнә. Кешеләр был солоҡтарҙы талап китеүҙән һаҡлай һәм, йыйылыуға ҡарап, балын ала башлай.


Икенсе этап – ул түмәр умартасылыҡ. Бал ҡорттарын эсе соҡолған, урмандан килтерелгән түмәрҙәрҙә, йәғни һүтелмәй торған умарталарҙа үрсетәләр. Уға алмашҡа рамлы умартасылыҡ килә. 1814 йылда, донъяла беренсе булып, украин умартасыһы, ватан умартасылығының күренекле эшмәкәре Петр Иванович Прокопович рамдары һурып сығарылмалы умарта уйлап таба, ошо нигеҙҙә ҡорт күстәрен аҫрау һәм үрсетеү технологияһын эшләй. Уның эшмәкәрлеге илдә умартасылыҡты үҫтереүгә ныҡ булышлыҡ итә.


XIX быуат аҙағында Дадан-Блаттың 12 рамлы умартаһы уйлап табыла. Унан күп корпуслы умарталар һәм ятҡырып ҡуйыл­малы горизонталь умарталар барлыҡҡа килә. Уларҙың бөтәһе лә хәҙер һәүәҫкәр умартасыларҙың умарталыҡтарында ла ҡулланыла.


(Дауамы бар).
Читайте нас