Йәмғиәт
28 Май 2021, 03:52

Хеҙмәте менән абруй яулаған

Ғәҙәттә, һайлау яҡынлашһа, депутат булырға теләгәндәр тау-тау вәғәҙә бирә башлай. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренә: “Халыҡҡа мин ниндәй файҙа килтерә алам?” тигән һорау бирәме икән? Ошондай һорауҙы төрлө кимәлдәге депутаттар ҙа үҙҙәренә бирергә һәм һуңынан эш менән иҫбатларға тейеш. Был йәһәттән Белорет районының Шығай ауыл биләмәһе депутаты Илгиз Ташбулат улы Йомағужиндың йөҙө яҡты. Новобельский ауылы халҡы, уға ышаныс белдереп, яңылышмаған.

Ҡайҙа тыуғанһың, шунда файҙаң тейгән, ти халыҡ. Илгиз Йомағужин 1969 йылда Үткәл ауылында тыуған. Үткәл, Шығай ауылдарында белем алған. Һуңынан Белорет ҡалаһындағы 25-се һөнәрселек училище­һында токарь һөнәренә уҡып сыға. 1987 – 1990 йылдарҙа Хәрби-диңгеҙ ғәскәрҙәрендә Тыуған ил алдындағы хеҙмәт бурысын үтәй. Был йылдар уның өсөн ысын тормош мәктәбенә әйләнә. Балтик буйы флотында, Кронштадтта әҙерлек үткәс, Тымыҡ океанда “Минск” крейсерында бүлек командиры булып хеҙмәт итә. Ҡытай, Һиндостан тарафтарында йөҙә. “Хеҙмәт итеү оҡшаны, әле һаман төшкә инә”, – ти Илгиз Ташбулат улы.
Егет армиянан ҡайтыуға, ата-әсәһе Үткәлдән Новобельский ауылына күсә. Илгиз дә “Заря” колхозына тракторсы булып эшкә урынлаша. Бер аҙҙан миллионер хужалыҡ тип иҫәпләнгән колхоз тарҡала, уның урынына ваҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары барлыҡҡа килә. Егет тә юғалып ҡалмай, 2006 йылда шәхси хужалығын асырға баҙнат итә, ә инде 2017 йылда ҡатыны Галина Николаевна исеменә хужалыҡты теркәйҙәр.
Галина Николаевна менән Илгиз Ташбулат улы 1992 йылда ғаилә ҡорған. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр: өлкән улдары суд системаһында эшләй, ҡыҙҙары юридик колледжда белем ала, кинйә малайҙары VI класты тамамлаған. Йомағужиндар ауылда өлгөлө ғаиләләр иҫәбендә.
Әле уларҙың предприятиеһы ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә. Унда алты кешегә эш урыны булдырылған.

– Әлбиттә, бөгөн урман менән шөғөлләнеүе ҡыйын, сөнки сеймалға ҡытлыҡ кисерәбеҙ, тегенән-бынан һатып алырға тура килә. Аукционда ағас алыу ҙа ауыр, беҙҙең аҡса менән генә унда баш тығып булмай. Заманында малсылыҡ менән дә шөғөлләнеп ҡараныҡ, әммә районда ит-һөт ҡабул иткән эшкәртеү предприятиелары булмағас, был йүнәлештәге эшмәкәрлекте туҡтаттыҡ, – тип фекер уртаҡлашты йүнсел.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Илгиз Йомағужинды ауылдаштары депутат итеп һайлаған һәм уның эшенән ҡәнәғәттәр.
Читайте нас