Йәмғиәт
28 Май 2021, 06:02

Парапланда оса, Италия буйлап сәйәхәт итә, тайгала йәшәп ҡарай...

Әле яңыраҡ ҡына Башҡортостан юлдаш телевидениеһында гөрләп үткән “Яңы моң” музыкаль конкурсында күптәр уны күреп һоҡланғандыр. “Башҡортостан гүзәле” бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы – был телевизион проектты алып барыусы Лилиә Әһлиуллина.

Әле яңыраҡ ҡына Башҡортостан юлдаш телевидениеһында гөрләп үткән “Яңы моң” музыкаль конкурсында күптәр уны күреп һоҡланғандыр. “Башҡортостан гүзәле” бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы – был телевизион проектты алып барыусы Лилиә Әһлиуллина.


Лилиә 1990 йылдың 22 ғинуарында Дәүләкән районының Мәкәш ауылында донъяға килә. БДУ-ның башҡорт фило­логияһы һәм журна­листикаһы факультетын тамамлап, әлеге көндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләй.


“Ниндәй ҡаҙаныш­тарың бар?” тип һорағас, Лилиә тыйнаҡ ҡына итеп: “Улар күп түгел”, – тип яуапланы. Тыйнаҡлыҡ – ысын башҡорт ҡыҙ­ҙарының сифаты, ә шулай ҙа һылыуҡайҙың тел асҡысын систек.


Лилиә БДУ-ла уҡыған йылдарында әүҙем сту­денттарҙы берләштереп өс йыл дауамында профбюро рәйесе ва­зифаһын башҡара, параплан клубына йөрөй, үҙен осоусы ролендә һынап ҡарай. Был ғына түгел, ул ике ай Себер тайгаһында йәшәп археологик ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнаша. Ҡыҙ сәйәхәткә ғашиҡ – Италияның ҡалаларын бер үҙе гиҙеп сыға, ошо илдә өс ай стажировка үтә.


Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru


1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.


Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһалаясаҡ. Интернет киңлек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” номи­нация­һын­да билдә­ләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.
Читайте нас