Йәмғиәт
28 Май 2021, 03:49

Һәр кемдең матур тормошҡа хаҡы бар

Новобельский халҡы күтәргән мәсьәләләр борсоуға һала.

Ҡайҙа ғына барһам да, кешеләр менән осрашып, хәлдәрен белеп китергә тырышам. Белорет районында командировкала булған саҡта новобельскийҙар менән осрашырға насип итте. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улар беҙҙең килеүҙе ишетеп, көтөп торған. Осрашыу ваҡытында халыҡтан күп фекер, аһ-зар ҙа ишетергә тура килде. Бында урындағы кешеләрҙе борсоған һәм уртаҡлашыр байтаҡ мәсьәлә йыйылған.


Урамды кәртәләп алғандар...


– Заманында беҙҙең ауылда төҙөлөш өсөн ерҙе үҙебеҙҙекеләргә бирмәнеләр, иң яҡшы, матур майҙандарҙы Магнитогорск ҡалаһы кешеләренә һаттылар. Улар иһә хәҙер уртаҡ файҙаланыуҙа булған урамдарҙы кәртәләп алған, бер кемде лә үткәрмәй. Унда мал-тыуарҙы йөрөтөргә, еләк йыйырға, балаларға уйнарға ярамай. Ситтән килгәндәр беҙҙең ерҙә үҙ ҡанундарын урынлаштырған. Ауылда балаларға уйнарға махсус майҙансыҡ та юҡ, – тип һөйләне өс бала әсәһе Гөлнур Икрамова.
Мәғлүм булыуынса, күрше төбәктән килеп, ер һатып алып йәшәп ятҡан кешеләргә ҡарата халыҡтың ризаһыҙлығы ҙур. Улар бит хатта йылғаға төшкән юлды ла сылбыр менән ябып ҡуйған.
Әлбиттә, урамды кәртәләү күренеше – башҡа һыйғыһыҙ хәл. Бындай баш-баштаҡлыҡтарға юл ҡуйған хужаларҙың эшмәкәрлегенә яуаплы органдар иғтибар итергә тейештер.


Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!


Ҡыш ауылға барған мәлдә Алена Әғәлетдинова һыу колонкаһының эшлә­мәүенә, тутлы, сифатһыҙ һыу эсергә мәжбүр булыуҙарына зарланғайны. Шул уҡ ваҡытта “Водоканал” предприятиеһы эшләмәгән колонкаларҙағы һыу өсөн иҫәп ебәреп тора. Әле Белорет районында бишенсе класлы янғын хәүефе тыуған, ә ауылда алты колонканың береһе генә сафта.
Юлдарға ла иғтибар юҡ. Надежда Миланина белдереүенсә, урам юлдарын төҙөкләндереүгә ҡасандыр аҡса бүленгән, тик был эште лә урынына еткермәгәндәр.
Әйткәндәй, Новобельский элек Сосновка ауыл биләмәһенә ҡараны, һуңынан уны Шығай ауыл биләмәһенә ҡуштылар. Шуға ла урындағы халыҡ ике осорҙағы ауыл биләмәһе етәкселегенең эшенән ҡәнәғәт түгел. Новобельскийҙар пай ерҙәре өсөн һалым түләй, әммә ерҙәренең ҡайҙа икәнен дә белмәй, шуға ла был йүнәлештә лә тәртип урынлаштырыу зарур.


Клуб ябыҡ тора...


Матур ғына эшләп йөрөгән клуб мөдире ситкә күсеп киткәс, ҡыштан бирле мәҙәниәт учреждениеһы ла ябыҡ тора. Мәҙәни саралар ойошторолмай, кисен йәштәргә йыйылыр өсөн урын юҡ. Был мәсьәлә йәй айырыуса көнүҙәк, сөнки егеттәр һәм ҡыҙҙар, төрлө урында йыйылып, усаҡ яға, күңел аса башлай. Шуға ла уны тиҙерәк хәл итеүҙәрен һорайҙар.
Ауылда 20 бала иҫәпләнә. Мәктәпте япҡандар, әле 13 бала ситкә йөрөп уҡый. “Белем усаҡтарында шарттар бар ине, йылы һыу ҙа үткәрҙеләр, тик ниңәлер уны ябып ҡуйҙылар”, – тип аптырай ата-әсәләр. Белеүебеҙсә, мәктәпте ябыу ил буйынса барған ҡулайлаштырыу реформаһына бәйле.


Юлға билдә кәрәк


Новобельский ауылы Өфө – Баймаҡ автомобиль юлы буйында урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта уның ауыл эргәһенән үткән биләмәһендә тиҙлекте сикләгән билдәләр ҡуйылмаған. Тиҙ елдергән автомобилдәр юл аша туҡталышҡа сыҡҡан йәйәүлеләр өсөн хәүеф тыуҙыра, шулай уҡ мал ҡыуғанда ла ҡурҡыныс. Шуға ла ауыл эргәһендәге юлда тиҙлекте сикләгән һәм йәйәүлеләр өсөн билдә ҡуйыуҙарын һорайҙар.
Ауыл халҡы һәм ауыл советы депутаты үрҙә әйтеп үткән мәсьәләләрҙе хәл итергә тырыша. “Депутатыбыҙға ҙур рәхмәт. Нимә генә үтенһәң дә, үҙе эшләй. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, уға барабыҙ. Әлдә ул бар”, – тинеләр осрашыу мәлендә. Ғөмүмән, Илгиз Йомағужинға ҡарата йылы һүҙ әйтеүселәр күп булды.
“Беҙҙе борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе – эскелек. Ауылыбыҙҙа араҡы һатмайҙар, өйҙән дә һаттыртмайбыҙ, әммә ҡайҙандыр алып килеп эсәләр. Үҙемдең эшселәрҙе был йәһәттән күҙәтеп торам”, – тине Шығай ауыл советы депутаты Илгиз Йомағужин.

Күреүебеҙсә, ауылдың хәл итәһе мәсьәләләре бихисап. Ә кешеләрҙең уңайлы мөхиттә йәшәгеһе килә.
Читайте нас