

“Ҡәҙимге генә ғаилә булып йәшәп ята инек... Әлегә тиклем үҙемде бәхетле тип һананым... Әммә иптәшемде алыштырҙылармы ни - үҙгәрҙе, миңә түгел уртаҡ балабыҙға.
Ирем баланы сабый сағында яратып ҡына тора ине, ә бына хәҙер уға ҡул күтәрә башланы. Дүрт йәшлек улының ҡылыҡтары уны сығырынан-сығара. Бала мыжый башлаһа, һуғып ебәрергә лә тартынмай. Йәнәһе лә, ул шулай малайында ир характеры тәрбиәләй. Ә мин күҙ нурымды йәлләйем. Һуң бит, ситләшеп, ҡурҡа башланы, атаһы булған бүлмәгә яңғыҙы сыҡмай. Ҡурҡмаҫһың да, хатта тел менән дә әйтеп тормай туҡмаҡ эләктереүе йышайҙы.