Йәмғиәт
29 Май 2021, 12:00

31 майҙа ремонт башлана

Етәкселек мәшәҡәт өсөн өфөләрҙән һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан ғәфү үтенә, юл маршрутын алдан билдәләргә саҡыра.

"Өфө - Ырымбур" юлының баш ҡалаға инә торған участкаһында - аэропорттан Салауат Юлаев проспектына тиклемге юлды ремонтлау башлана.
2021 йылдың 31 майынан эшселәр уның асфальт-бетон япмаһын фрезерларға тотона. Ремонт бөткәнсе, автомобилдәргә тейешле өс һыҙат урынына береһенән генә йөрөргә рөхсәт ителә. Водителдәргә ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмау маҡсатында, йүнәтеү эше көндөҙгө сәғәт 12-нән иртәнге сәғәт 7-гә хәтлем алып барыласаҡ. Ә йәкшәмбе, халыҡ күпләп ҡалаға ҡайтҡанда, ремонт туҡтатып торола. Контракт буйынса, эштәр 30 сентябрҙә тамамланырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был автомобиль юлы иң тығыҙҙарҙан һанала. Унан тәүлегенә 120 меңдән ашыу автомобиль үтә, шул уҡ ваҡытта ҙур йөк машиналары. Быларҙың барыһы ла юлдарҙың таушалыуына килтерә.
Баш ҡала етәкселеге мәшәҡәт өсөн өфөләрҙән һәм ҡунаҡтарҙан ғәфү үтенә, юл маршрутын алдан билдәләргә саҡыра.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас