Йәмғиәт
29 Май 2021, 07:30

600 яңы эш урыны булдырыласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбуктағы сәхифәһендә Туймазыға эш сәфәре тураһында яҙҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбуктағы сәхифәһендә Туймазыға эш сәфәре тураһында яҙҙы.
"Республика Башлығы менән Туймазы районында булдыҡ. “Автобетоновоз” заводын ҡараныҡ. Ошо буш ятҡан майҙанда сәнәғәт технопаркы төҙөргә уйлайбыҙ. Был турала бер нисә көн элек “КамАЗ”ға барғанда хәбәр иткәйнем һәм йәмғиәттең генераль директоры Сергей Когогин менән әңгәмәләшкәйнем. Бөгөн Радий Фәрит улының ҡатнашлығында хәл-торошто урында ҡарап, уртаҡ эш планын раҫланыҡ", - тип яҙҙы А. Назаров.
Андрей Геннадьевич билдәләүенсә, улар буш торған биналарҙы ҡарап сыҡҡан. Әлбиттә, бөтәһе лә иҫкергәс, ремонт талап итә. Был биналар 80-се йылдарҙа төҙөлгән булған. Майҙансыҡтарҙы реконструкциялағанда сығымдарҙы беҙҙең республика бюджетынан алыу тураһында предприятие вәкилдәре менән һөйләшкәндәр. Өс-биш йылдан был аҡсаны Рәсәй Сәнәғәт министрлығының федераль программаһы буйынса кире ҡайтарырға уйлайҙар.
"Алдараҡ хәбәр итеүемсә, технопарктың якорь резиденты – “КамАЗ” бүлендек компанияһы әле үк бар, – тип белдергән Андрей Назаров. – Улар тағылма техникаһы етештерәсәк. Ярты буш майҙанды биләп торасаҡ, был – яҡынса 10 мең квадрат метр. Ҡалған биләмә бүтән предприятиеларҙың резиденттарына тапшырыласаҡ. Маҡсат – 600 яңы хеҙмәт урыны булдырыу, шул уҡ ваҡытта эш башлаған предприятиелар өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырыу. Технопарктың идарасы компанияһы ойоштороусыларының береһе Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы булыуы тураһында ла килештек".
Фото Андрей Назаровтың фейсбуктағы яҙмаһынан.
Читайте нас