Йәмғиәт
29 Май 2021, 09:30

Электромобиль өсөн энергияны ҡайҙан алырға?

"Мәскәүҙә бындай комплекстың уртаса хаҡы – 356 мең һум, ә беҙ уны 248 мең һумға бирәбеҙ".

Башҡортостандың Шишмә районында электромобилдәргә энергия биреү комплексы асылды. Ул М-5 “Һамар – Өфө – Силәбе” федераль трассаһы буйында, “Шишмә-М5” кемпингы янында автомобилдәрҙе ҡуйыу майҙансығында урынлашҡан.
Был турала республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.
"Ошо транспорт төрөнә ихтыяж ҙур булыуын аңлайбыҙ, шуға күрә лә инфраструктураны тәьмин итеү – төп бурыстарҙың береһе, – тине ул. – Башланғыс 2020 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән юл яны сервисын үҫтереү концепцияһына ярашлы тормошҡа ашырыла".
Шул иғтибарға лайыҡ, донъя брендының бөтә төр электромобилдәре өсөн көс биргән комплекс тураһында һүҙ бара. Уны республиканың “Энергия+Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урынлаштырған. Бирелгән ҡеүәт – 22 килоВатт. Премиум класына ҡараған автомобиль дүрт сәғәт эсендә энергия туплай ала.
"Мәскәүҙә бындай комплекстың уртаса хаҡы – 356 мең һум, ә беҙ уны 248 мең һумға бирәбеҙ, – ти “Энергия+Башҡортостан” йәмғиәте директоры Рауил Ғәлин. – Былай ғына биреп ҡуймайбыҙ, ә тоташтырабыҙ, көйләйбеҙ һәм ике йылға гарантия бирәбеҙ, шулай уҡ хеҙмәтләндереү ҙә - беҙҙең бурыс".
Улар комплексты Нефтекама ҡалаһына, Бишбүләк, Шишмә райондарына урынлаштырған, киләсәктә тағы ун районда ҡуясаҡтар.
Фото: mgazeta.com
Читайте нас