Йәмғиәт
29 Май 2021, 13:00

"Халыҡ менән аралашыу һәр саҡ ыңғай һөҙөмтә бирә"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазылағы семинарҙа муниципалитеттарҙың төп бурыстарын билдәләне.

Туймазы районында республика башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашлығында төбәк муниципалитет башлыҡтары семинары үтте. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Республика етәксеһе пандемия шарттарында ла эште яҡшы ойошторғандары өсөн ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтарына рәхмәт әйтте.
– Әммә шуны аңларға кәрәк: коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙгә вакцинация яһатыуҙы иғтибарға алырға кәрәк. Ул - сиргә ҡаршы көрәштең һәм ҡәҙимге тормош менән йәшәй башлауҙың берҙән-бер юлы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, кешеләр менән күптән яҡындан аралашыу булғаны юҡ. Хәҙер бындай осрашыуҙар тергеҙелә башлай. Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай хеҙмәт алымы һәр саҡ ыңғай һөҙөмтә бирә.
– Һәр беребеҙ эш урындары асылһын, яңы инвестиция проекттары булһын өсөн тырышырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Ошо маҡсатта эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк.
Халыҡтың социаль көнкүрешен яҡшыртыуға биләмәләрҙе тәртипкә килтереү ҙә булышлыҡ итә.
– Ҡала һәм райондарҙа торлаҡ-коммуналь команданы көсәйтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Төҙөкләндереү – һәр саҡ өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Башҡортостан Башлығы сара тураһында “Бәйләнештә”ге төркөмөндә лә яҙҙы. "Бөгөн ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән үткәрелгән семинарҙа “Инцидент-менеджмент” системаһы эше хаҡында ла һөйләштек, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Ул - халыҡ менән бәйләнеш булдырған төп инструмент".
Белешмә:
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Төбәк 406 414 доза вакцинаны (“Спутник V”, “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак”) алырға өлгөрҙө лә инде. Билдәле булыуынса, 28 майға ҡарата беренсе компонентты – 355 551, ә икенсеһен 269 318 кеше алған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас