Йәмғиәт
29 Май 2021, 11:00

"Мин үтә алмаҫлыҡ юлдар юҡ!"

Иглин районынан Руслан Ғүмәровтың хәтәр машинаһы бар республикала танылыу тапты.

Иглин районынан Руслан Ғүмәров үҙ ҡулдары менән һәр төрлө юлдан (тау-ташлы, соҡор-саҡырлы, батҡаҡлы) йөрөй ала торған бик хәтәр машина йыйған.
Оҫтаның үҙенсәлекле техникаһы бар республикала танылыу яулаған. "Тимер ат" хужаһы хәҙер һауа торошо боҙолоуынан ҡурҡмай: уның өсөн үтә алмаҫлыҡ юлдар юҡ.


Руслан Ғүмәров һунарсылар, балыҡсылар, уҙышсылар, әүҙем ял яратыусылар менән хеҙмәттәшлек итә. Оҫта заказға ла машина йыйып бирә.
Фото Руслан Ғүмәровтың сәхифәһенән.
Читайте нас