Йәмғиәт
30 Мая 2021, 09:00

242 460 кеше тауыш бирҙе

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә...

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүе бара. Ул ҡатнаш формала үтә: үҙең участкаға килеп йәки электрон формала ҡатнаша алаһың.
Алдан тауыш биреү ошо партиянан Дәүләт Думаһына, Өфө ҡалаһы Советына һәм ике һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар һайлап алыу өсөн үткәрелә.
Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-гә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 242 460 кеше тауыш бирҙе лә инде, был һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең һигеҙ процентын тәшкил итә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, сарала дөйөм һайлаусыларҙың 15 процент тирәһе ҡатнашыуы көтөлә.
Фото: bashkortostan.еr.ru сайтынан.
Читайте нас